«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер йыл да үтмәйенсә йәнә төрмәгә



27.03.2013 Бер йыл да үтмәйенсә йәнә төрмәгә

Бер йыл да үтмәйенсә йәнә төрмәгә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ир талау һәм автомобиль урлау арҡаһында төрмәлә ултырып, былтыр июнь айында иреккә сыға. Эшкә төшмәйенсә, әсәһе биргән аҡсаға йәшәй. Шулай ҙа енәйәти үткәненә ҡарап тормай – супермаркет янындағы автомобилдән сумка урлай. Уның эсенән ҡиммәтле әйберҙәрҙе һәм аҡсаны ала.
Ноябрҙә автомобиль быялаһын ярып, видеорегистратор урлай һәм уны шунда уҡ 1500 һумға һата. Яңы йыл алдынан фургонлы автомашинаның запас тәгәрмәсенә айыу майы һөртә.
Был ир осраҡлы ғына тотола. Дуҫының машинаһында китеп барғанда, иптәше уны ҡалдырып магазинға инә. ҡулына двигателе лә һүндерелмәгән транспорт сараһы эләккәс, бур күп уйлап тормай, автомобилде алып ҡаса. Әммә ул алыҫҡа китә алмай, полиция хеҙмәткәрҙәре уны күрше урамда көрткә батҡан көйөнсә таба.
Бер йыл да иректә булып өлгөрмәгән ирҙе яңынан төрмә көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға