«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тай боксынан ярыштар көтөлә



27.03.2013 Тай боксынан ярыштар көтөлә

Тай боксынан ярыштар көтөлә
11 - 14 апрелдә 32-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (Б. Бикбай урамы, 13) тай боксы буйынса Башҡортостан Республикаһы асыҡ чемпионаты һәм беренселеге үткәреләсәк. Был ярыш май айында Анапала үҫмерҙәр араһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә (РСБИ уйындары) һайлап алыуға һуңғы этап. Пермь крайынан, Ханты-Мансы автономиялы округынан, Омск, Төмән һәм Силәбе өлкәләренән спортсылар килеүе көтөлә.
Тай боксы йәки муай-тай – Таиланд иленән килгән боронғо һуғыш оҫталығы булып тора. Заман тай боксында йоҙроҡ, табан, терһәк һәм тубыҡ менән һуғырға мөмкин. Ушу йәки каратэлағы һымаҡ ката, таолу формаль комплекстары унда ҡулланылмай, уның урынына ике-өс һуғыуҙан торған база элементтары, спаррингылар, «тәпәй»ҙәрҙә (лапы) һәм тоҡтар ярҙамында күнекмәләр индерелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға