«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һин үҙ хоҡуҡтарыңды беләңме?



25.03.2013 Һин үҙ хоҡуҡтарыңды беләңме?

Һин үҙ хоҡуҡтарыңды беләңме? Күптәр аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы супер - һәм гипермаркеттарҙа һатып алырға күнеккән. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү сауҙа нөктәһенең уңайлыҡтары күп – кәрәк нәмәне традицион магазиндағы һымаҡ һатыусынан инәлеп алаһы түгел, тауарҙы әйләндереп ҡарап, ҡулланыу ваҡытын, составын тикшерергә мөмкин. Шулай ҙа бындай сауҙа төрөндә иң ныҡ хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлә - урлашыуҙар, һаҡ хеҙмәтенең тентеүҙәре, самаһыҙ хаҡтар, ҡулланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек.
Башҡа өлкәлә лә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары күп боҙола. Электр, электроника әйберҙәре, кейем-һалым, халыҡты көндәлек хеҙмәтләндереү, йәмәғәт туҡланыу урындары һәм башҡалар – тап ошо тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең сифаты халыҡты борсой.
ҡулланыусы ниндәй норматив акттарға таяна ала? Хоҡуғы боҙолған осраҡта ул ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
25 марттан 31-ренә тиклем Online бизнес-конференциялар проектында тап ошо һорауҙар буйынса фекер алышыу үтәсәк. Ул http://online.ufatime.ru/content/view/179/66/ адресы буйынса барасаҡ һәм унда белгестәр сығыш яһаясаҡ, һорауҙарға яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға