«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Граждандар һуғышынан ҡалған ҡурҡыныс «ҡомартҡы»



22.03.2013 Граждандар һуғышынан ҡалған ҡурҡыныс «ҡомартҡы»

Граждандар һуғышынан ҡалған ҡурҡыныс «ҡомартҡы» Октябрь революцияһынан һуң ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем илебеҙҙә барған Граждандар һуғышы ауазы һаман да тынмаған әле. Кисә Ишембай районы полицияһына Әхмәр ауылының кешеһе мөрәжәғәт итеп, үҙендә снаряд барлығын белдерә. Әйтелгән адрес буйынса саперҙар төркөмө ебәрелә һәм улар ысынлап та калибры 76 миллиметр булған артиллерия снарядына юлыға. Был боезапас ҡороулы, шартларға әҙер көйөнсә булған. Граждандар һуғышы «ҡомартҡы»һы бар һаҡлыҡ менән ауылдан ситкә алып сығылған һәм полигонда юҡ ителгән.
Нимәһе ҡыҙыҡлы – снаряд әйтелгән гражданиндың ихатаһында ете ай буйы ятҡан. Ул былтыр күршеһенә соҡор ҡаҙырға ярҙам иткән ваҡытта тутығып бөткән боезапасҡа килеп юлыға һәм уны өйөнөң янына һаҡларға алып ҡайта. ҡурҡыныс әйбер тураһында ул быйыл яҙғыһын, ҡар ирегәс кенә иҫенә төшөргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға