«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ҡармаҡ»ҡа эләгеп, аҡсағыҙҙан яҙып ҡуймағыҙ



22.03.2013 «Ҡармаҡ»ҡа эләгеп, аҡсағыҙҙан яҙып ҡуймағыҙ

«Ҡармаҡ»ҡа эләгеп, аҡсағыҙҙан яҙып ҡуймағыҙ Күптәребеҙ үҙенең тормошонда эш хаҡы йәки кредит карталарын ҡуллана, интернет аша түләүҙәр башҡара. Сайтҡа инәһең дә бер нисә хәрәкәт яһап, телефон иҫәбен тулыландырырға йәки ҡайҙалыр аҡса күсерергә мөмкин. Тиҙ ҙә, уңайлы ла, бер ҡайҙа ла барып йөрөйһө түгел.
Тап ошо мәлдә ҙур тоҙаҡ һағалай ҙа инде. Яңылышып, исемендә «банк» йәки «bank» һүҙҙәре булған фишингылы сайттарға инеп, ҡулланыусылар үҙҙәренең карта һандарын һәм ПИН-кодтарын урлатыуҙары мөмкин. Һөҙөмтәлә картала булған бар аҡса билдәһеҙ тарафҡа китә.
Рәсәй Үҙәк банкыһы ошо хәүеф тураһында иҫкәртә һәм бының менән аҡса һуғырға яратыусы хакерҙарҙың ҡара эше РФ енәйти кодексының 172-се статьяһына тура килә тип белдерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға