22.03.2013 Рауилды белеүселәр булһа…
18 мартта Өфө районының Булгаков ҡасабаһында йәшәүсе 7 йәшлек Рауил ҡотләхмәтов уйнарға сығып киткән еренән юғалған. Уларҙың ғаиләһе биш йыл инде полицияның бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһында иҫәптә тора. Әсәләре дүрт баланы яңғыҙ тәрбиәләй. Иң бәләкәй ҡыҙҙарына 3 йәш. ҡатын даими рәүештә спиртлы эсемлектәр менән мауыға. Әлеге көндә полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, урындағы халыҡ малайҙы эҙләй. Рауил ҡотләхмәтовты белеүселәр булһа, яҡындағы полиция бүлегенә йәки 02 телефонына шылтыратыуҙы һорайбыҙ (кеҫә телефонынан − 020).
Т. АМАНОВ.