«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар: кеше юғалды!



21.03.2013 Иғтибар: кеше юғалды!

Иғтибар: кеше юғалды! Өфө районының Булгаков ҡасабаһы халҡы һәм полиция юғалған баланы эҙләй. Ете йәшлек Рауил ҡотлоәхмәтов 18 мартта уйнарға сығып киткән дә өйөнә ҡайтмаған. Шуныһы билдәле – малайҙың әсәһе, кесе йәштәге дүрт балаһы булыуға ҡарамаҫтан, алкоголле эсемлектәр ҡуллана, ғаилә балиғ булмағандар эше буйынса бүлектә иҫәптә тора.
Рауилды эҙләүгә полицияның тышҡы хеҙмәттәре, балиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар, енәйәти эҙләү төркөмөнөң оператив хеҙмәткәрҙәре менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар, ҡасаба халҡы йәлеп ителгән.
Әгәр ҙә кемдер юғалған бала тураһында мәғлүмәткә эйә икән, яҡындағы полиция бүлегенә йәки 02 (мобиль телефон - 020) һандары буйынса хәбәр итһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға