«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мода артынан ҡыуып сирләп ҡуймағыҙ



19.03.2013 Мода артынан ҡыуып сирләп ҡуймағыҙ

Мода артынан ҡыуып сирләп ҡуймағыҙ Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында бик тә популяр булып киткән япон кухняһы ризығы – роллдар һәм суши Өфө ҡалаһы мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә республикабыҙҙың санитар табиптары тарафынан хәүефле ризыҡ тип белдерелде. Быға һис тә аптырайһы түгел –ямғырҙан һуң үҫкән бәшмәк шикелле ҡалҡҡан йәмәғәт туҡланыу урындарында, япон рестораны, традицион япон кухняларында ашамлыҡтарға сей балыҡ ите һалына. Ашнаҡсыларҙың эш урындарының тейешле санитария талаптарына тура килеүе икеле.
Шуға күрә лә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ҡуҙғытҡыстарын, төрлө гельминттарҙы үҙендә туплаған суши-роллдарҙы ашарғамы, йәки үҙебеҙҙең аш-һыуға өҫтөнлөк бирергәме?
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, иптәштәр?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға