18.03.2013 Боҙлауыҡ көтөлә: иғтибарлы булығыҙ
Шаршамбынан республиканы һалҡын һауа фронты биләп аласаҡ. Шишәмбе кисенән үк көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа ямғыр яуыуы көтөлә. Ул артабан ҡарға, рашҡыға күсәсәк. Аҙна аҙағына ҡарай яуым - төшөм ихтималлығы кәмейәсәк, температура тигеҙләнәсәк. 21 - 22 мартта төндә минус 5 - 10 градусҡаса һыуытасаҡ, аяҙытҡанда – 15 градусҡа етәсәк. Көндөҙ иһә нолдән минус бишкә тиклем һауа температураһы көтөлә.
Әлеге ваҡытта иң ныҡ һыуыҡ мәл иртәнге сәғәттәргә тап килә, шуға күрә лә боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Үрҙә әйтелгән райондар халҡына һәм барлыҡ автоһөйөүселәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булығыҙ, тип теләйбеҙ.