14.03.2013 Икенсе урын – беҙҙеке!
28 февралдән 4 мартҡа тиклем Красноярск ҡалаһында VI Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындарында Башҡортостан командаһы бик яҡшы сығыш яһаны. Беҙҙең делегация составына Балтас, Баҡалы, Бөрйән, Ишембай, Мишкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ райондары ауыл биләмәләренең спортсылары – йәмғеһе 30 кеше инде. Улар программала ҡаралған туғыҙ төр ярыштың һигеҙендә сығыш яһаны. Беҙҙекеләр тик спорт ориентирлауы төрөндә генә ҡатнашманы.
Командабыҙ саңғыла уҙышыуҙа – ун етенсе, гер спортында һәм шахматта – ун өсөнсө, шашка турнирында – алтынсы, полиатлонда дүртенсе урынды яулаһа, спорт ғаиләләре – бишенсе, һауынсылар – ун өсөнсө, механизаторҙар ярышында бишенсе урынды алыуға өлгәште.
Шәхси беренселектә команда спортсылары бер көмөш һәм өс бронза миҙал эләктерҙе. Гер спортында Ильяс Шәймөхәмәтов (Балтас районы) II урын алды. ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткән полиатлонда (ҡышҡы өс төрлө алыш) Әҙилә Ғәлиәхмәтова (Нуриман), механизатор ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгөл Иманғолова (Бөрйән), спорт ғаиләләре ярышында Баҡалы районынан килгән Якимовтар ғаиләһе пьедесталдың өсөнсө баҫҡысын яуланы.
Дөйөм иҫәптә Башҡортостан командаһы 800 мең һәм унан да күберәк кеше йәшәгән Рәсәй субъекттары араһында Алтай крайынан ғына ҡалышып, икенсе урынға лайыҡ булды. Ә илдең 52 субъекты араһында дөйөм команда иҫәбе буйынса беҙҙекеләр 14-се урынға сыҡты.