14.03.2013 Көндәр йылыта ла йәнә һыуыта
Был шәмбенән киләһе аҙнаның шишәмбеһенә тиклем республика биләмәһендә һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе көтөлә. Был үҙгәрештең сәбәбе - Каспий диңгеҙе һәм Урта Азия яғынан килгән һауа массаларының йоғонтоһо.
Һауа температураһы төндә 0-дән минус биш градусҡа тиклем барып етәсәк. Көндөҙ иһә бер градустан алты градусҡаса йылыта. ҡар иреү көсәйәсәк, шулай ҙа киләһе аҙнала һауа температураһы йәнә төшәсәк.