«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эш эҙләйһегеҙ икән, йәрминкәлә көтәбеҙ!



13.03.2013 Эш эҙләйһегеҙ икән, йәрминкәлә көтәбеҙ!

Эшсе профессиялары эйәләре хеҙмәт баҙарында һәр ваҡыт талап ителә. Тиҙҙән торлаҡ-коммуналь өлкәләгеләргә түләүһеҙ торлаҡ та бирелә башлаясаҡ.
Бөгөн «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында профилле вакансиялар йәрминкәләре башланды. «СтройТехЭкспо. Коммуналь хужалыҡ. Энергия һаҡлау - 2013» күргәҙмәһе барышында уны 13 - 15 мартта Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге – йәштәрҙең хеҙмәт биржаһы уҙғара. Бында хеҙмәт баҙарындағы хәл, ниндәй профессияларға һорау барлығын белергә, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген ҡарарға, актуаль мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта эшсе һөнәрҙәренә -- водителдәргә, йөксөләргә, урам һепереүселәргә ихтыяж ҙур. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы хакимиәте тиҙҙән тап ошо торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге түбән эш хаҡы алыусыларға түләүһеҙ торлаҡ биреү механизмын яйға һаласаҡ. Совет осорондағы һымаҡ урам һепереүсе, слесарь, сантехниктарға торлаҡ бүлеү был һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырасаҡ.
Ҙур һорау менән файҙаланған эшсе һөнәрҙәре рәтенә шулай уҡ төҙөлөш, йәмәғәт туҡланыуы, һатыу өлкәһе лә инә. Инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙән төрлө өлкәгә инженерҙар, бухгалтерҙар, менеджерҙар талап ителә.
Йәрминкә барышында юридик ярҙам, үҙ эшеңде асыуға консультациялар алыу, эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү, махсус ғариза-анкета тултырыу, вакансиялар банкыһы менән танышыу хәҙерге замандың етди проблемаһын хәл итеүгә – эш табыуға ҙур ярҙам итә. Әйткәндәй, Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге – йәштәрҙең хеҙмәт биржаһы һәр кесе йома һайын Ибраһимов бульвары, 74/1 адресы буйынса йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға