13.03.2013 Ҡоштай осҡоң килһә - Первушиноға рәхим ит!
Бында урынлашҡан аэродромда автожир менән һауаға күтәрелергә була. Самолет һәм вертолеттың гибриды булған был винт ҡанатлы аппарат Италияла эшләнгән. Уның менән һауаға ике кешене, 500 килограмға тиклем йөктө күтәрергә мөмкин. Бер сәғәт осоуға 15 литр самаһы яғыулыҡ исрафлап, тулы бак менән автожир 600 - 650 километр араны үтергә һәләтле. Ерҙән осоп китеүгә һәм һауанан ултырыуға ла әллә ни ҙур ара талап ителмәй.
Үҙеңде ҡоштай хис итеп 10 минут осоу өсөн ике мең һум аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Күберәк ваҡыт кәрәкһә, был айырым килешеү буйынса эшләнә. Аппаратты ҡуртымға биреү ҡаралмаған.
Әйткәндәй, автожирҙы һатып алам тиһәң 4 миллион 600 мең һум аҡса талап ителә. Был хаҡҡа шулай уҡ Первушинола «Магни Гиро Рус» компанияһының ангарында бер йылға һаҡлау урыны менән регламентҡа ярашлы йыллыҡ техник хеҙмәтләндереү ҙә инә. Аппарат менән идара итеүгә теоретик һәм практик өлөштө (25 осоу сәғәте) индергән махсус уҡыу курсын үтергә һәм имтихан тапшырырға кәрәк. Автожирҙар ауыл хужалығында, янғынға ҡаршы хеҙмәттә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уңышлы файҙаланыла.