«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы



05.03.2013 Азат Биксурин һәм уның “Яңы дуҫтар”ы

Март айы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы өсөн ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Халыҡ-ара джаз фестивале, “Каруанһарай» төркөмөнөң, Сәйҙә Ильясованың концерты, РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың хәтер кисәһе... Был тамашалар араһында Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин тәҡдим иткән “Яңы дуҫтар” исемле концерт айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Унда билдәле ҡурайсы “Сураман” төркөмө менән сығыш яһаясаҡ.
“Сураман” – этник-фьюжн төр­көм. Ул тамашасыларға төрлө стиль, йүнәлештәр һәм этник көйҙәр ҡушылған музыка тәҡдим итә. Төркөм составында Артур Байрамғәлин, Александр Кар­ташов, Андрей Филиппов, Владимир Юдин, Шәфҡәт Овезов кеүек үҙ аллы эшләгән музыканттар йыйылған. Улар Башҡортостанда ниндәйҙер кимәлдә билдәлелек яулап өлгөргән дә инде. Заман­салаштырылған башҡорт халыҡ көйҙәре, композиторҙарҙың музыкаль әҫәрҙәре, төрлө жанр­ҙар һәм стилдәр уҡмашҡан үҙенсәлекле, йәмле кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Н. АҘНАБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға