04.03.2013 “Иң-иң” лайыҡлы йөҙҙө һайлайыҡ
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша, йәмәғәт. Тимәк, айырыуса ир-егеттәргә мәшәҡәт өҫтәлеңкерәй, тигән һүҙ. Мәшәҡәт тип, сәскә һәм бүләк – уларҙан, ҡатын-ҡыҙҙың үҙенән – һығылып торған өҫтәл.
Ә беләһегеҙме, Рәсәйҙә был байрамға быйыл теп-теүәл 100 йыл тула. Ошо айҡанлы, беҙ, “Йәшлек” гәзите редакцияһы, башҡорт халҡының “иң-иң” йөҙ ҡатын-ҡыҙын асыҡларға булдыҡ. Бының өсөн, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, һеҙҙең ярҙам кәрәк. 5 мартҡа тиклем гәзиттең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә (vk.com/blog.ye02) инеп, үҙегеҙ халҡыбыҙ тарихында иң танылған, иң лайыҡлы, иң һәләтле тип һанаған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеген тәҡдим итә алаһығыҙ. Гүзәл заттар төрлө йәштәге, төрлө һөнәрҙәге шәхестәр булыуы мөмкин. Шуныһы бар – бер кешегә унға тиклем исем-фамилияны күрһәтеү рөхсәт ителә.
Иң билдәле 100 ҡатын-ҡыҙҙың исемен күмәкләп асыҡлағас, уларҙың фоторәсемдәренән календарь эшләп, “Йәшлек”тә баҫтырасаҡбыҙ.
Алға, дуҫтар!
Мөхәрририәт.
Беҙҙең социаль биттәрҙәге адрестар:
Вконтакте : http://vk.com/blog.ye02
Ливеджорнал: http://yeshlek.livejournal.com/
Одноклассники: http://www.odnoklassniki.ru/profile/557001801149
Фейсбук: http://www.facebook.com/ye02.ru