«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иттифаҡ етәксеһен яңырта



21.10.2010 Иттифаҡ етәксеһен яңырта

Башҡорт йәштәре иттифағы үҙенең башлығын алмаштырмаҡсы. Уның Бер нисә йыл уңышлы ғына эшләп килгән рәйесе Фәүзил Маликов «отставкаға» китә. БЙИ идараһы ултырышында Фәүзил Әлфир улы үҙенең ете йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһап, отчет бирҙе һәм иттифаҡтың дөйөм съезын уҙғарып, яңы рәйес һайларға тәҡдим итте. Уға тиклем был вазифаны рәйес урынбаҫары Флорид Багаев башҡарып торасаҡ. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының яңы һайланған етәксеһе Илгиз Солтанморатов, Йәштәр ҡоролтайы рәйесе Фәнзил Әхмәтшин ҡатнашты. Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесенең урынбаҫарҙары ла һайланды. Улар – Азат Монасипов, Айгөл ҡужәхмәтова, Илгиз Таҡалов, Гөлназ Хәсәнова. Башҡортостандағы йәйге ваҡиғаларҙан һуң арыу уҡ тынлыҡта ҡалған иттифаҡтың эше элеккеләй әүҙемләшер, йәштәребеҙҙе туплар, саралар ойошторор, тип өмөтләнәйек.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға