«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Теште дауалауҙа ниндәй яңылыҡтар бар?



21.10.2010 Теште дауалауҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

Теште дауалауҙа ниндәй яңылыҡтар бар?
Нефтселәр мәҙәниәт һарайында барған “Дентал – Экспо. Урал стоматологияһы – 2010” күргәҙмәһенә барғанда мине тап ошо һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Бөгөнгө стоматология халыҡҡа нимә тәҡдим итә? Сөнки нимә генә тимә, һәр кемдә теш дауалатыуға бәйле ҡурҡыу ҡалған. Шуның арҡаһында стоматологтарға барыуҙы йылдар буйы һуҙып йөрөйбөҙ. Теш һыҙлай башлап, ауыртыуға түҙмәй башлағас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Күргәҙмәлә, ысынлап та,бик күп нәмә күрергә мөмкин. Ниндәй генә ҡоролмалар тәҡдим итмәйҙәр ҙә, ниндәй генә теш дауалау материалдары юҡ. Мәҫәлән, иң ҡыйбатлы протездарға ҡарағанда ла, импланта ҡуйҙыртыу күпкә отошлораҡ. “Уның хаҡы ла бик ҡыйбатҡа төшмәй, янындағы тештәрҙе лә игәтергә кәрәкмәй, оҙаҡ та тора”, – тип аңлатты теш табиптары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға