20.10.2010 Балаңа тәмәкесе әсә һайланыңмы?
Эштән ҡайтырға сыҡҡайным, ҡаршыма ике үҫмер ҡыҙ асыҡтан-асыҡ тәмәке борҡотоп килә. Ауыҙҙарын ҡутара һуҡҡы килә! Шуныһы аяныс, элегерәк ҡыҙ-ҡырҡын хет йәшереп, ҡасып-боҫоп тарта торғайны, ә хәҙер?
Минеңсә, хәлдәрҙең ошолай булыуына егеттәр ҙә ғәйепле. Ауыҙынан, үпкәһенән тәмәке еҫе килеп торған тәтәйҙәр менән нисек үбешмәк кәрәк тә, нисек итеп буласаҡ балаларыңа тәмәкесе әсәй бүләк итмәк кәрәк!? Ә медицина статистикаһы күрһәтеүенсә, тәмәкесе әсәйҙән тыуған баланың организмы ла туҡтауһыҙ никотин көҫәй һәм сәләмәтлеге әсә ҡарынында уҡ ҡаҡшаған була. Американдарҙың ҡасандыр Рәсәй халҡын «эстән» тарҡатасаҡбыҙ тигән маҡсат алыуы һәм уны бойомға ашырыуы ошолор инде. Ә беҙҙең иҫһеҙ халыҡ, мода тип уйлап, уға һуҡыр рәүештә эйәрә - тәмәке ҡолона әүерелә. ҡолдоң, әлбиттә, ирке-азатлығы юҡ: «Эй, Вася, киттек!» - тип төрткән, йәғни сигнал биргән Тәмәкегә ихтыярын юғалтҡан мәхлүҡ һүҙһеҙ буйһона. Шунан, ниңә ирҙәрҙең ғүмере ҡыҫҡараҡ, тип лаф оралар. Ихтыяр көсө булмағас ни, ҡыҫҡара инде.