«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы йылды ҡаршыларға әҙерһегеҙме?



13.12.2012 Яңы йылды ҡаршыларға әҙерһегеҙме?

Бер байрамды ла Яңы йылды көтөп алған кеүек көтмәйбеҙҙер ул. Байрамға әҙерлекте лә алдан уҡ башлайбыҙ. Бала саҡта ҡағыҙҙан сынйырҙар, ҡар бөртөктәре ҡырҡып өйҙө биҙәй торғайныҡ. Хәҙер иһә биҙәүестәрҙең ниндәйе генә юҡ. Байрамдың төп хужаһы – ҡупшы шыршы ла тиҙҙән йорттарға инеп, үҙ урынын алыр. Хужабикәләр байрам табынына кәрәкле аҙыҡ-түлектең исемлеген дә барлап ҡуйғандыр.

Әлфиә ХАММАТОВА, Өфө ҡалаһы:

– Яңы йыл – минең өсөн иң көтөп алынған һәм яратҡан байрам ул. Йыл һайын уны тыуған ауылымда – Әбйәлил районының Буранғол ауылында үткәрергә күнеккәнмен. Беҙҙең ауылда ул бигерәк матур үтә. 30 декабрҙә Йәштәр урамында апай­ҙар, инәйҙәр бергәләп урамда байрам ойошторабыҙ: шыршы биҙәйбеҙ, өҫтәл әҙерләйбеҙ. ҡарһы­лыуыбыҙ ҙа, ҡыш бабайыбыҙ ҙа була, балаларға уйындар үткәреп, бергәләп күңел асабыҙ. Был көнө кискеһен клубта Шыршы байрамы була, унда ла ҡатнашабыҙ. Ә инде 31-ендә көндөҙ, аттар егеп, ҡыш бабай, ҡарһылыу булып кейенеп, ауыл урамдары буйлап йөрөйбөҙ, балаларға күстәнәс таратабыҙ. Яңы йылды мотлаҡ тыуған йортта, әсәй һәм туғандар менән бергә ҡаршылайбыҙ, ә 12-нән һуң дуҫтар янына йүгерәбеҙ. Бына шулай бик күңелле үтә беҙҙә байрам. Башҡа ҡайҙалыр Яңы йылды ҡаршылауҙы күҙ алдына ла килтерә алмайым. Әҙерлекте башланыҡ инде.

Мәүлиҙә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Баймаҡ районы:

– Яңы йыл ни килә лә етә инде ул. Миңә хәҙер Яңы йылмы, башҡа байраммы – барыбер кеүек. Йәшерәк саҡта, аҡсаһын йыйып барып, нисектер көтә, әҙерләнә торғайныҡ. Яңы йылдан алда беҙҙең алда мөһимерәк мәсьәлә тора әле, балаларҙың уҡыуына түләнмәгән. Донъя бөтөүенә лә ышанмайым. Беҙ бала саҡта ла гел шулай, донъя бөтә, тип һөйләй торғайнылар. Ул тиклем ҡупыртҡас, бәлки, берәй нәмә булыр, әммә донъя бөтмәй инде ул. ҡалаларҙа халыҡ донъя бөтә тип мәж килһә, ауылда тормош һәүетемсә генә дауам итә. Кешеләр һуғым һуя, ҡаҙ-өйрәген барлай, иң мөһиме, Яңы йыл табынына ит бар. Яңы йылды өйҙә генә ҡаршыларбыҙ тип уйлайым. Балалар бәләкәй саҡта ла ғаилә менән генә ҡаршылай торғайныҡ, быйыл ҙур ҡыҙыбыҙ Өфөлә дуҫтары менән бергә булырға ниәтләй.

Ғәйшә ХАФИЗОВА, Сибай ҡалаһы:

– Йыл һайын Яңы йылды иң яҡты хыялдар, изге уйҙар менән, тормошома ниндәйҙер оло үҙгәреш алып килер тип көтөп ала торғайным. Быйыл нисектер көтмәйем дә, әҙерләнмәйем дә, хатта Яңы йылды ҡайҙа, кемдәр менән ҡаршы алыу тураһында ла уйлағаным юҡ. Киреһенсә, тиҙерәк ошо ығы-зығы үтеп китһен дә көндәлек тормош башланһын тип уйлайым. Әллә олоғайып бараммы, әллә яңғыҙлыҡтан киләме шундай күңел торошо. Бер генә лә яңы йыл кәйефе юҡ миндә, хатта өҫтәлгә аҙыҡ-түлек һатып алырға ла дәртем юҡ. Бына шулай. Элек, атай-әсәй иҫән саҡта, декабрь аҙағы етә башлаһа, ауылға ашҡына торғайным, төнмө, буранмы – уныһына ла ҡарап тормай, күңел ауылға талпына ине.
Илшат СӘЙЕТОВ, студент:
– Яңы йылды көтәбеҙ ҙә ул, унан һуң сессия башлана бит әле. Шуға күрә Яңы йыл етмәйерәк торһон тип йөрөйөм әле.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға