18.10.2010 Башҡортостандың имиджын сит илдә күрһәтәләр
[img=left]https://www.ye02.ru/uploads/photos/previews/[2]_10_Oct_10/28_img_3676.jpg[/img]"Ағиҙел" башҡорт художество промыслаһы" дәүләт унитар предприятиһында асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Уның маҡсаты аңлашыла - урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттарын ҡыҙыҡтырыу һәм предприятиеға эшкә йәлеп итеү. Тәү арала эшхаҡы бигүк ҙур булмаһа ла, уның ҡарауы, дөйом ятаҡхана, балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла. ҡыҫҡаһы, геннераль директор яңыраҡ БР Президенты менән осрашыуҙа булды һәм аңлау тапты. Тимәк, был предприяеға йәшел урам асыласаҡ. Ғөмүмән, "Ағиҙел" һәм "ф2 трикотаж фабрикаһы Рәсәйҙә һәм сит төбәктәрҙә, хатта Европала Башҡортостандың имиджын тыуҙырған һәм тыуҙырыусы предприятие. Ысынлап та, уның кешегә, өҫтәүенә, Европа кимәленә сығара алырлыҡ продукция ассортименты бик киң. Етәкселәре өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып алырға уйламай - пландары бик ҙур.
Асыҡ ишектәр көнөндә производство цехтарына экскурсия булды. Осталарҙың ижадына ҡарап, һушың китер. Ул ағастан эшләп биҙәлгән сувенирҙары тиһеңме, геральдика, муйынсаҡ, кейеҙ әйберҙәре, тегелгән, бәйләнгән кейем-һалым, батик, балаҫтар, таҫтамалдар һ.б.
Да-а-а, шундай матурлыҡ ижад итеүселәр ҡулдарынан һөйөнһөн!