«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ЭСКЕСЕЛӘРГӘ – ЯРТЫ МИЛЛИОН ҺУМ ШТРАФ



27.11.2012 ЭСКЕСЕЛӘРГӘ – ЯРТЫ МИЛЛИОН ҺУМ ШТРАФ

ЭСКЕСЕЛӘРГӘ – ЯРТЫ МИЛЛИОН ҺУМ ШТРАФ
РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны
“Светофорҙың ҡыҙыл уты янғанда транспортта елдереүсе, тиҙлекте арттырыусы һәм ҡаршы юлға сығыусы водителдәр өсөн билдәләнгән штрафтың күләме ярты миллион һум булырға тейеш! Был штраф күләме Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүселәр өсөн күрһәтелгән. Ә инде төбәктәрҙә йәшәүселәр ошондай уҡ ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн 250 мең һум штраф түләргә тейеш”. Ошондай тәҡдимде Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев үҙенең интернеттағы блогында индерҙе.
Хөкүмәт башлығының был видеомөрәжәғәте халыҡҡа мәғлүмәт донъяһында бомба шартлаған кеүек тәьҫир итте шикелле. ҡайһы берҙәре Дмитрий Медведевтың тәҡдимен хуплап, икенселәр кире фекерен белдереп сығыш яһай башланы. Һөҙөмтәлә ил Хөкүмәте башлығы мөрәжәғәтенә: “Әлеге штрафтар иҫерек водителдәргә генә ҡағыла”, − тип төҙәтеү индерҙе. Шулай ҙа Дмитрий Медведевтың сығышы бер нисә блоктан торғанлығына иғтибар итергә кәрәк. Ни тиһәң дә, штрафтарҙың күләмен арттырыу тураһындағы тәҡдим юҡтан килеп сыҡмаған. Былтыр илдә юл-транспорт фажиғәһендә 28 мең кеше үлгән. Быйыл теркәлгән юл фажиғәләренең 14 меңдән ашыуында бәлиғ булмаған балалар зыян күргән. ҡот осҡос һандар – быйыл 655 бала юлда үлгән, бәлиғ булмаған 15 меңдән ашыу гражданыбыҙ яралан­ған.
Әлбиттә, Дмитрий Медведев һуңғы ваҡытта водителдәр­ҙең үҙҙәрен юлда тәртиплерәк тотоуын да билдәләй. Әммә транспорт менән иҫерек килеш идара итеүселәр проблемаһы илебеҙҙә һаман да киҫкен ҡала. Шуға ла эскән водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһендә кешеләрҙең һаулығына ҙур зыян килтерелгән, ике һәм унан да күберәк кеше үлгән осраҡта, водителде 5 − 15 йылға тиклем төрмәгә ултыртырға тәҡдим итәләр.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры был тәҡдимдәрҙе ентекле ҡарарға, тикшерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай ҙа яҡын киләсәктә иҫерек водителдәргә ҡарата язаның ҡатыраҡ буласағы көн кеүек асыҡ.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға