«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Альбина Килдийәрова менән Илнур Юламанов тормош үрҙәрен бергә яулаясаҡ



18.08.2010 Альбина Килдийәрова менән Илнур Юламанов тормош үрҙәрен бергә яулаясаҡ

Күптән түгел ике йәш пар ҡауышып, тағы ла бер матур, һоҡланғыс ғаилә барлыҡҡа килде. Башҡортостан сәхнһен үҙ пародиялары менән әсир иткән Илнур Юламанов һәм "Гәлсәр һандуғас" проекты осорған һануғастарҙың береһе Альбина Килдейәрова июль айында гөрләтеп туй үткәрҙе. Альбинаның "Беҙҙе яҙҙар осраштырҙы", "Йәшлек яҙы", "Оҙата барма", "Яныуҙарым һинен өсөн", "ҡыр ҡаҙҙары" йырҙары тамашасы күңелендә үҙ урынын яулаған. Илнурҙың Николай Дроздов, Борис Ельцин, Мортаза Рәхимов һәм башҡа әллә күпме сәйәсмәндәргә һәм артистарға пародиялары, моңло йырҙары башҡорт эстрадаһын тағы ла байытып, төрләндереп ебәрҙе.

Сәхнәлә шаян, юморист итеп күрергә өйрәнгән Илнур тормошта етдиерәк булып сыҡты. Ә бәләкәй сағынан уҡ тиктормаҫ. шуҡ булып үҫкән Альбинаның күҙҙәрендә әле лә шаян осҡондар балкый. Бер нисә йыл элек бала табыу йортонда алмаштырылған ҡыҙҙар тураһында яҙылып сыҡҡайны.
Мәҡәләләге шул ҡыззарҙың береһе икән ул. Өс йыл буйы күршеләрен атай һәм әсәй, тип йөрөткән ҡыҙ быға бер ҙә үкенәй. Уның ҡарауы икеләтә (хәҙер, Илнурҙһың ата-әсәһен дә иҫәпкә алһаң, өсләтә) ата-әсә һөйөүен тоям, ти.
Йәштәр менән әңгәмә гәзиттең шәмбе һанында баҫыласак.
Руфина Дәүләтова







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға