23.11.2012 “Йәшлек”те яратҡандар гел йәш ҡалыр”, – ти Башҡортостандың төп телеканалында иң сибәр алып барыусыларҙың береһе Фаягөл Дәүләтйәрова
“Йәшлек”-фараз” конкурсы тураһында беҙҙең дуҫтарыбыҙ яҡшы белә һәм ҙур теләк менән ҡатнаша. Шарттары бик ябай – бирелгән купонға тейешле мәғлүмәтте, гәзитебеҙҙең буласаҡ тиражын күрһәтеп, яҙылыу тураһындағы квитанцияның күсермәһен ҡушып, редакцияға ебәрергә генә кәрәк. Иң теүәл фаразлаған өс кешене бик шәп бүләктәр көтә. Дөрөҫ фаразлаусылар һаны күберәк булһа ла яҡшы, барыбер бүләктәребеҙ етә.
Бына бер бүләгебеҙҙе тотоп торған Фаягөл Дәүләтйәрованы күбегеҙ беләлер. Ул да “Йәшлек”тең яҡын дуҫы.
“Гәзитте ихлас күңелдән яратам. Бер уҡый башлаһам, ярайһы ғына ҡалын булыуына ҡарамаҫтан, туҡтап булмай, аҙағынаса уҡып сығам. Баҫманың көнүҙәк проблемаларҙы күтәреүе оҡшай. Артабан ошолар хәл ителдеме икән, тип ҡыҙыҡһынам, “Йәшлек” биттәренән һөҙөмтәһен эҙләйем.
Мәғлүмәт сығанағы ул гәзит. Үткер телле, сая. Һиҫкәндерә лә, һоҡландыра ла, ғәжәпләндерә лә, дәртләндерә лә белә”, − ти Фаягөл.
Ә инде “Йәшлек”-фараз” конкурсында еңеүселәрҙе, әгәр килергә мөмкинлектәре булһа, “Сәләм” программаһына саҡырып та бүләкләргә ниәтләйбеҙ. Һәр кемгә ундай бәхет эләкмәй, ә бына “Йәшлек” менән ”Сәләм” дуҫтарына тәтеүе мөмкин.
Иң мөһиме һеҙҙең әүҙемлек инде, дуҫтар!