«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек”һеҙ йорт – күңелһеҙ



02.11.2012 “Йәшлек”һеҙ йорт – күңелһеҙ

“Яратам гәзитегеҙҙе!” – тип шатлыҡлы йөҙөн балҡытып килеп инде иртә менән редакцияға бер дуҫыбыҙ. Һәм… беҙгә яңы көнгә бөтмәҫлек дәрт өҫтәне ошо йылы һүҙе.
Ысынлап та, дуҫтар, бер-беребеҙгә йылы мөнәсәбәттә булһаҡ, ярҙам ҡулы һуҙышһаҡ, донъябыҙ ҡалай ҙа яҡтырып китер, әллә күпме ыңғай кисерештәр менән йәшәр инек.
Проблемалар тураһында ни тиклем күп уйлай­һың, уларҙың шунса күбәйеүе ихтимал, ти психологтар. Әйҙәгеҙ, бер аҙға ғына донъя мәшәҡәттәрен онотоңҡорап, рухи йәһәттән күңелде байытыр­ға ашығайыҡ. Бының өсөн беҙҙең “Йәшлек”кә яҙылыу ҙа етә.
Ярты йылға подписка хаҡы – 407 һум 58 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға