«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫтар, әүҙемерәк булһағыҙсы



26.10.2012 Дуҫтар, әүҙемерәк булһағыҙсы

Бер көн редакциябыҙға: ”Йөҙөм һырҙар менән биҙәлһә лә, сәсемә аҡ ҡарҙар һырыһа ла, мин һәр ваҡыт һинең менән, яратҡан гәзитем”, − тигән юлдар яҙылған хат килеп төштө. Ейәнсура районының Ибрай ауылынан Әбделғәлим Дәүләтҡолов ағайҙан ине ул. Ошондай йылы һүҙҙәргә нисек ҡыуанмайһың инде!
“Йәшлек”те оҙаҡ йылдар алдырып уҡыусыларға, афарин, тибеҙ һәм яңынан-яңы дуҫтар көтәбеҙ. Яңыларын тиеүебеҙ, йәштәрҙең дә әүҙем булыуын, беҙгә яҙышыуын һәм, әлбиттә, гәзиткә яҙылыуын теләр инек. Баҫмабыҙҙы виртуаль донъянан, йәғни сайтыбыҙҙан уҡып барыу, “Бәйләнештә”ге “бит”ебеҙгә ҡушылыу, фекерҙәр ҡалдырыу һәйбәт, шулай ҙа беҙҙең баҫма булып донъя күреү яҙылып уҡыуға бәйле шул.
Ярты йылға подписка хаҡы – 407 һум 58 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға