«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һайлауҙар тарихы - һүрәттәрҙә



15.10.2010 Һайлауҙар тарихы - һүрәттәрҙә

Һуңғы ике тиҫтә йылда республика халҡы һайлауҙарҙа ҡатнашмай башлағайны. Сәбәбе аңлашылып тора – һайлауҙарға ла, һайланғандарға ла ышанмау.
Үҙәк һайлау комиссияһы электораттың ышанысын ҡайтарыу һәм һайлаусылар хоҡуҡтарын аңлатыу, хоҡуҡи мәҙәниәтлеген күтәреү, кешеләрҙе төрлө кимәлдәге һайлауҙарға йәлеп итеү өсөн төрлө саралар – конкурстар, викториналар, осрашыуҙар ойоштора. Һуңғы шундай сараларҙың береһе – төбәк-ара «Рәсәйҙә һайлауҙар: боронғонан алып бөгөнгә тиклем» художество конкурсы. Унда республика, Татарстан, Силәбе өлкәһе, Мәскәү вәкилдәре ҡатнашты. 31 кешенең 8-е еңеүсе булды. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: премиялары шәп булды – 15-10-ар һум. Ә бахыр журналистарға диплом ғына биргәйнеләр







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға