23.10.2012 “Йәшлек” ауыр саҡта ла ярҙамсы
Кире хис-тойғолар беҙҙең сәләмәтлекте бөтөрә. Был хәҡиҡәт хәҙер берәүгә лә сер түгел. Шулай булғас, һаулығығыҙҙы гел яҡшы торошта тотор өсөн һеҙгә фәҡәт тыныс булырға, төрлө кисерештәрҙән, стрестан һаҡланырға кәрәк. Күңелегеҙгә ауыр булған саҡтарҙа “Йәшлек”те ҡулығыҙға алһағыҙ, бәлки, еңел булып ҡалыр, тигән фекерҙе еткермәксебеҙ. Баҫмабыҙҙа мотлаҡ үҙегеҙгә оҡшаған мәҡәләне табырһығыҙ.
Мәскәү подписка хаҡын арыу ғына арттырһа ла, һеҙҙең ярҙам менән киләһе йылда ла халҡыбыҙға күпләп таралырбыҙ, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы − 407 һум да 58 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!