«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө, көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!



13.10.2010 Һөйөнсө, көнбайыш башҡорттары хаҡында китап сыҡты!

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Көнбайыш башҡорттары: сәйәси тарих һәм этник идентификация проблемаһы» тигән яңы ғилми монографияның исем туйы үтте. Был китап архив материалдарына, халыҡ мәғлүмәттәренә таянып яҙылған. Авторҙар - БР Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәрҙәре – Юлдаш Йосопов менән Рәфил Аҫылғужин билдәләүенсә, китап өҫтөндә эшләгәндә бигерәк тә йәштәрҙең үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булыуы күҙәтелгән. Монография тарихи Башҡортостандың көнбайышында, хәҙерге Татарстандың көнсығышында йәшәүсе башҡорттар тарихын үҙ эсенә ала. Унда урта быуаттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге осор сағылыш таба. Монографияны әҙерләүҙә Өфөнөң тарих архивтары, ҡаҙан, Һамарҙағы архив документтары ҡулланылған, Мәскәүҙә эшләүсе татар ғалимы ла авторҙаш булған. Тиҙҙән был өр-яңы ғилми эш Интернет селтәренә лә ҡуйыласаҡ. Китап иһә «Хан», «Знание» магазиндарында һатыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға