05.10.2012 УРАНЛЫ УРАЛ ХАЛЫҠТЫҢ ҒҮМЕРЕН УРЛАЙ
Яман шеш... Был диагноз күптәрҙең тормошон аҫтын өҫкә әйләндерә. Күҙ алдына химия терапияһынан сәсе ҡойолоп бөткән, хәлһеҙ, үтә ябыҡ ауырыу килеп баҫа. Үлем ҡарарына тиң сирҙе дауалау ысулдарын эҙләп табыуҙа һаман уңышҡа өлгәшә алмай аптыранабыҙ. Бәхәс юҡ, ваҡытында асыҡланған яман шеште юҡҡа сығарыу һәм уңышлы дауалау осраҡтары ла бар. Ваҡытында тигәнебеҙ ауырыуҙы тәүге осоронда асыҡлау була инде. Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла табиптар был сирҙе алдан диагностикалау мөмкинлеге булһын тип сығыш яһай. Ғөмүмән, беҙ яман шештең тәбиғәтен нисек аңлайбыҙ?
Был һорау менән күптәнге танышым, Әбйәлил районы Асҡар үҙәк дауаханаһының хирург-онкологы Ренат Таңатар улы Мәһәҙиевҡа мөрәжәғәт иттем.
– Яман шеш – тәндең теләһә ниндәй өлөшөн зарарлаусы ҡурҡыныс сир. Ул аномаль күҙәнәктәр барлыҡҡа килтереп үрсегәндән һуң башҡа органдарға үтеп инеүе менән аяныслы. Үлемгә дусар иткән был процесс метастаз тип атала. Тәү ҡарашҡа яман шеш тураһында күп беләбеҙ кеүек. Был белем Рәсәй табиптары ғына түгел, ә сит илдәге коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһе менән дә тупланған. Тик прогнозлау һәм үҙ ваҡытында ауырыуға тәьҫир итеү күҙлегенән сирҙең күп сере бар.
Яман шештең килеп сығыуын ике төргә бүлеп ҡарайҙар: нәҫелдән килеү, йәғни генетик һәм экологик фактор, – тине Ренат Таңатар улы.
Радиация билдәләрен эҙләп
– Ауырыуҙар төрө буйынса Әбйәлил районын мин дүрт зонаға бүләм – дала, тау, күл һәм Магнитогорск ҡалаһына яҡын урынлашҡан ерҙәр. Далала Хәлил һәм Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ауылдары урынлашҡан, бында ҡасандыр алтын, баҡыр табылған. Алтын сығарылған урында, үҙегеҙ беләһегеҙ, тонналап ҡулланылған, уның тамсылары бындағы ер-һыуға һеңмәй ҡалмаған, әлбиттә. Ә терегөмөштөң ағыулы тәьҫире бөгөнгәсә дауам итеү фактын юҡҡа сығарып булмай. Сөнки был тирә халҡы күберәк бөйөр, бауыр һәм ҡалҡан биҙенең яман шешенән яфалана.
Киләһе зона – Магнитогорск ҡалаһына яҡын ауылдар. Ил буйынса тәүге урындарҙың береһен биләгән ҙур металлургия комбинатының һәм башҡа завод-фабрикаларҙың көнө-төнө урғылған төтөнө нисек халыҡ һаулығына зыян итмәй ҡалһын инде?! Берәй тауға менеп, ҡала тарафына күҙ һалһаң, Магнитогорск оло төтөн тышсаһы менән «ҡапланған». Уға терәлеп тиерлек ятҡан ҡыҙыл Башҡортостан һәм башҡа яҡын тирәләге ауылдар халҡында бик йыш үпкә һәм тын алыу органдарының яман шеше күҙәтелә.
Яҡтыкүл, Байым зонаһы халҡы ауыҙ, танау ҡыуышлығы, тире яман шеше менән сирләһә, тау яҡтары – Амангилде, Буранғол ауыл биләмәләре кешеләренең ҡыҙыл эсәге һәм ашҡаҙаны зыян күрә. Бының сәбәбе Оло ҡыҙыл йылғаһындалыр тип фараз ҡылам. Уның башланған ерендә атом ҡалдыҡтары ҡәберлеге булыуы мөмкин, – тимәһенме әңгәмәсем.
Ренат Таңатар улы яман шеш менән ауырыу сәбәбен асыҡларға теләү маҡсатында яҡшылап күҙәтеү алып барған. Табип аңлатыуынса, Буранғол ауылы халҡы малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Һуғымға күпләп мал һуйыусы, итте бигерәк яратыусы кешеләр йәшәй был яҡта. Онколог белдереүенсә, малын Теләкә, ҡутырҙы йылғаһында һуғарыусыларға ҡарағанда мал-тыуары Оло ҡыҙылды һыулаған халыҡ араһында 60 йәшкә лә етмәй баҡыйлыҡҡа күсеүселәр бик күп. Ышанмаҫлыҡ хәл түгел. Сөнки ҡасандыр ҡыҙыл башында радиациялы биләмәләрҙе аңлатҡан билдәләр булған. Был хәлде бергәләп асыҡлау өсөн Ренат Таңатар улы мине ҡыҙыл башына сәфәргә саҡырҙы. Төп теманың төбөнә төшкәнсе, юлдағы күҙәтеүҙәремде, ишеткән-күргәндәремде тәфсирләп яҙмаҡсымын. Шуға күрә, уҡыусым, түҙемлегеңде йыйып, сәйәхәтем хаҡындағы мәҡәләне уҡырға әҙерлән.
ҡырҡтымы, әллә Кряхтамы?
ҡыҙыл башына юл Салауат совхозы аша ята. Райондың иң төпкөл тораҡ пункты Буранғол ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Район үҙәге Асҡарҙан таң менән юлға сыҡҡанда көн йүнләп яҡтырып та бөтмәгәйне. «Юл алама, шуға күрә иртәрәк сығыуыбыҙ хәйерле», – тине юлдаштарым. Беҙгә Буранғол ауылынан был яҡтарҙы биш бармағындай яҡшы белгән урмансы Марсель Ғилманов ҡушылды.
– Салауат совхозының боронғо исеме – Туңҡайын. Был ерҙәрҙә ҡыш – иртә, ә яҙ һуңлап килә. ҡасандыр бында ҙур ғына утар ине, мин үҙем дә Салауат совхозында тыуып үҫтем. Ул Магнитогорск металлургия комбинаты ҡараулығында булды, сөнки утар халҡы хеҙмәтләндергән урман участкаһы тап комбинаттың кәрәк-ярағы өсөн ағас оҙатты. Башҡорттар һәм урыҫтар татыу йәшәне, бала сағымда урыҫ малайҙары менән уйнағаным хәтерҙә. Ике магазин булды, береһе комбинаттыҡы ине. Башҡа һатыу нөктәләрендә табып булмаҫлыҡ дефицит аҙыҡ-түлек, әйберҙәр комбинаттың кибетендә һатылды. ҡыҫҡаһы, ММК совхозда көн итеүсе урмансыларҙы яҡшы ҡараны, – тип хәтерләй Марсель ағай.
Урмансы әйтеүенсә, совхозда баҫыу, тирә-йүндә төрлө колхоздарҙың йәйләүҙәре урынлашҡан булған. Бер мәл һарыҡ үрсетеп тә ҡарайҙар, ләкин улар ҡырылып бөтә. Һарыҡ ҡуйы урманды түгел, ялан ерҙәрҙе үҙ итә шул.
Юл, ысынлап та, хәтәр. Төндә ямғыр яуып үткәнлектән, ер еүеш, батҡаҡҡа бата-сума гөжләп алға барабыҙ. Водителебеҙ, Айтуған атлы егет, йәш булыуына ҡарамаҫтан, машинаны оҫта йөрөтә, тәгәрмәстәр тайып киткән хәүефле урындарҙы ла имен-аман үтеп китәбеҙ. Урыны-урыны менән тәрән колея яһап үткән ауыр техниканың эҙҙәре ятып ҡалған. Урмансы әйтеүенсә, был эҙҙәрҙең эйәһе – күптәрҙең зарлы йәшен түктергән «Селена» ойошмаһы машиналары. Улар көнө-төнө ағас сығара (ошо ерҙә теманан аҙ ғына ситкә китәм. Был аяуһыҙ урман талаусы «Селена» ойошмаһының хужаһы кем икәнлеген дә аныҡ белмәйҙәр. Күрәһең, хужа кеше ил етәкселеге кимәлендәлер, юҡһа урмансылыҡ закондарын бөтөнләй һанға һуҡмаған ойошма үҙен шул тиклем иркен тотор инеме?! Әбйәлилдә район советына депутатлыҡҡа бер кандидаттың, Ололар көнөнә килеп, ҡарт-ҡоролар алдында күҙен дә йоммай: «Мин «Селена»нан урмандарҙы кире тартып алдым!» – тип сығыш яһағанын үҙем ишеттем. Әлеге кандидаттың быға тиклем бик күп ергә депутат булып һайланғаны бар, шуға ла уның һайлаусыларҙы төп башына ултырта-ултырта, алтын тауҙар вәғәҙә итеү тәжрибәһе юғары, ахыры).
ҡуйы урман буйлап килә торғас, ҡапыл ялан ергә килеп сыҡтыҡ. Бына ниндәй икән ул Салауат совхозы – ғорур күккә күтәрелгән, сусайып торған эре-эре ташлы ҡырҡты тауының Дөйәташ һырты аҫтында йәйелеп киткән иркен ялан... Күптән түгел Оло ҡыҙыл йылғаһы ҡырҡып аҡҡанға ҡырҡты тип атаған был тауҙың исеме, йәнәһе, урыҫтарҙың әйткәненән килеп сыҡҡан тигән уйҙырманы уҡып аптырағайным. Имеш тә, Үҙән, Белорет заводтарында эшләгән каторжандарҙың тауға менеп еткәнсе хәлдәре бөтөр булған һәм «кряхтеть» һүҙенән тауға Кряхта тип исем ҡушҡан. ҡайһы берәүҙәрҙең фантазияһының иге-сиге юҡ шул. Тиҙҙән карталарға башҡортомдоң ҡырҡтыһын Кряхта тип яҙа башламаҫтар тимә, тәүбә.
ҡыҙыл башы – сылтыр шишмә
Салауат утары шуныһы менән ҡыҙыҡлы – бында Көньяҡ Уралдың ике төп һыу юлы – Оло һәм Кесе ҡыҙыл йылғалары башланғыс ала. Йылғалар башы бер-береһенән 700 метр самаһы алыҫлыҡта ята, уларҙың араһында ҙур булмаған түбә урынлашҡан. ҡыҙылдарҙың Олоһо – көньяҡҡа, ә Кесеһе төньяҡҡа табан юл ала. Һис тә ярһып түгел, ә әкрен генә түбә аҫтынан сылтырап ағып сыҡҡан шишмә – Оло ҡыҙыл йылғаһы һыуынан күҙ асып йомғансы сәй ҡайнап сыҡты. Был тиклем шәп тиҙлектә утын әҙерләп, таған аҫып, сәйнүк ҡуйыуҙарын тәүгә күрәм, урмансы Марсель ағай, ысынлап та, урман кешеһе икән – ҡулдары уйнап тора. Эҫе сәй эсеп, билбау аҫтын нығытып алғас, ана яуам, бына яуам тип торған болотло көн дә яҡтырып киткәндәй тойолдо.
Артабан уның күрһәткән маршруты буйынса юл тоттоҡ. Егерме ике йыл буйына урмансы вазифаһын башҡарған Марсель Ғилмановтың һүҙҙәренә ышанмау мөмкин түгел. Бына ошо ерҙә, тегендә радиация барлығын аңлатҡан билдәләр бар ине, тик ун йыл самаһы элек улар юҡҡа сыҡты, тип аңлатып, билдәләрҙең ниндәй ағасҡа беркетелеп ҡуйылғанлығына тиклем күрһәтте ул. Тик бер урында ғына, юл сатында, урманға инеү тыйылғанлығын аңлатҡан билдәгә юлыҡтыҡ. Марсель Хәлил улы әйтеүенсә, был билдә янында ҡасандыр радиация билдәһе лә эленеп торған булған.
– Ямантау бынан алыҫмы? – тип һорамай булдыра алманым.
– Бигүк алыҫ тип әйтеп булмай, тик яҡын ара ла түгел, – тине юлдаштарым.
Белорет районындағы Урал тауының иң бейек нөктәһе Ямантауҙа радиоактив ҡалдыҡтар ҡәберлеге барлығы хаҡындағы һүҙҙәрҙе бик күп геолог иҫбатлай. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында ағыулы матдәләрҙең ағып сығыуы арҡаһында Инйәр йылғаһында радиация кимәле ҡырҡа арта. Әйтеүҙәренсә, Ямантауҙа һәм уның тирәһендәге тауҙарҙа уран эшкәртмәләре ҡалдыҡтары ерләнгән. Элек бында сәнәғәт эшмәкәрлегенең яйға һалынғанлығын тар колеялы тимер юлдары, киң вертолет майҙансығы, ауыр техника йырғыслап бөткән юлдар һәм эшселәр өсөн ташландыҡ барактар һөйләй. ҡасандыр тауҙың һырттарын көнө-төнө ҡораллы патруль һаҡлауы, туристарҙы тотоп, документтарын тикшереүе, фотопленкаларҙы сафтан сығарыуы, тиҙ арала был зонанан сығарып ебәреүе һис уйҙырма түгел. Сөнки радиацияның юғары булыуы арҡаһында Ямантауға менеү ҡәтғи тыйылған. Уҙған быуатта был тирәләге уран һәм радон рудниктары төҙөлөшөндә эшләүселәрҙең бик күбе нурланыш алыуҙан яҡты донъя менән хушлашҡан. Бөгөн, ҡайһы берәүҙәр белдереүенсә, Рәсәй элитаһының был тирәлә үҙҙәренә бункер төҙөүе үтә лә шикләндерә – дозиметр тейешле кимәлдән күпкә артыҡ күрһәткән ергә улар килеп торор инеме, ай-һай.
Уралға уран ҡалдыҡтарын ташығандар икән, Салауат совхозы ерҙәре, ҡыҙыл башы биләмәләре был ҡара эштән ситтә ҡалған, тип кем гарантия бирә ала? Элекке СССР-ҙың Ямантау һаҡлаған серле архивтарының нисәмә йоҙаҡ аҫтына бикләнеүе билдәһеҙ. Был хаҡта дөрөҫ факттарҙы беҙ ҡасан белербеҙ, ҡыҙғаныс, быныһы ла билдәһеҙ.
Күңелһеҙ белешмә
Әбйәлил районы буйынса һуңғы биш йыл эсендә 357 кеше (2007 йылда – 61, 2008 – 76, 2009 – 51, 2010 – 57, 2011 – 56 һәм 2012 йылдың сентябренә тиклем – 56) яман шеш менән тәү тапҡыр иҫәпкә ҡуйылған. Иҫәпкә ҡуйылған көндән алып бер йыл эсендә үлеүселәр һаны: 2007 йылда – 36, 2008 йылда – 22, 2009 йылда – 34, 2010 йылда – 20, 2011 йылда – 18 һәм 2012 йылдың сентябренә тиклем – 21 кеше.
Бөгөн 72 кешегә – һөт биҙҙәре, 26-на – аналыҡ муйынтығы, 22-нә – тире, 18-нә – ашҡаҙан, 18-нә – һөйәк һәм тоташтырғыс туҡымалар, 16-на – үпкә, 15-нә – йыуан эсәк, 15-нә – аналыҡ, 14-нә түллек биҙе шеше диагнозы ҡуйылып, 12 кеше һейҙек ҡыуығы яман шеше менән стационар иҫәптә тора.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).