02.10.2012 «Йәшлек»кә яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!
Үҙебеҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында гәзитебеҙгә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында «Йәшлек»-фараз» конкурсын иғлан итәбеҙ. Уның шарты бик ябай. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн мотлаҡ баҫмабыҙға яҙылырға кәрәк. Аҫта тәҡдим ителгән буш шаҡмаҡтарға биш һанды – «Йәшлек»кә күпме кеше яҙыласағын фаразлап, исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ итеп тултырып яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрегеҙ.
Беҙҙең тиражды яҡынса фаразлаған өс кешене матур бүләктәр көтә. Фараздары теүәлерәк булыусылар күп булһа, уларға редакцияның дәртләндереү бүләктәре тапшырыласаҡ. Хәйерле сәғәттә тәүәккәлләгеҙ, дуҫтар!
"Йәшлек"кә хәҙер интернет аша яҙылырға була!!!