«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Бурҙар!



02.10.2012 Иғтибар! Бурҙар!

Иғтибар! Бурҙар!
Баш ҡалабыҙ Өфөлә фатир­ҙарҙан ҡиммәтле әйберҙәр урлаусы бер төркөм енәйәтсе эшләй. ҡорбандары итеп оло йәштәге яңғыҙ йәшәүселәрҙе һайлаусы был әҙәмдәр үҙҙәрен торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, социаль хеҙмәт күрһәтеү кеүек урындарҙа эшләүселәр булараҡ таныта. Енә­йәтселәргә ышан­ған ололар уларҙы фатирына бер тотҡарлыҡһыҙ үткәрә һәм күҙ асып йомғансы ҡиммәтле нәмәләренән яҙа.
Иғтибар! Бурҙар!
Енәйәтселәр ҡулынан зыян күреүселәр ярҙамында бурҙарҙың фотороботы төҙөлгән. Шаһиттар әйтеүенсә, бурҙар өсәүләшеп эшләй, уларҙың барыһы ла ир-ат. Әммә енәйәтселәрҙең күберәк тә булыуы ихтимал.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре яңғыҙ йәшәүсе туғандарығыҙға бындай осраҡтар тураһында һөйләүегеҙҙе, аңлатыуығыҙҙы үтенә. Йорт эсенә таныш булмаған кешеләрҙе бөтөнләй индерергә ярамай. ҡағиҙә булараҡ, социаль хеҙмәт күрһәтеү органдарында эшләүселәр менән оло кешеләр яҡындан таныш була. Шуға ла барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға, мут әҙәмдәрҙе күргән ваҡытта шундуҡ полицияға мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Республикала 128 номеры буйынса ышаныс телефоны эшләй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға