21.09.2012 ИҒТИБАР: ялған почтальон!
Оло йәштәгеләр йыш ҡына алдаҡсыларҙың ҡорбанына әйләнә. Үҙҙәрен хакимиәт вәкиле йәки социаль хеҙмәткәр тип таныштырған әҙәмдәр уларҙы “тишек кәмәгә ултыртып” китә. Сит кешеләргә ышанырға ярамағанлығы тураһында даими яҙһаҡ та, алданыусылар һаны кәмемәй.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 89 йәшлек әбейҙең ишеген ҡағалар.
– Һаумыһығыҙ, яңы почтальонығыҙ булам. Элеккеһе хәҙер икенсе районда эшләй... Бына, пенсия килтерҙем, – тип йылмая мөләйем ҡатын.
– 25-е килтерә торғайнылар, хәҙер ошо көндә алып киләсәкһеңме? Ярай, бик хуп, көтөп торғаныбыҙ шул пинсиә инде, – әбей килеүсене шатланып фатирына үткәрә.
ҡатын уға тейешле сумманы тотторғас, улар донъя хәлдәре тураһында бер аҙ тел сарлап та ала.
Ике көн үткәс, әлеге ҡатын тағы ла әбейгә килә. Был юлы ул унан бурысҡа аҡса һорай.
– Һинән башҡа өмөт итеп килер кешем юҡ. 70 мең һум аҡса биреп торһаң ине, дүрт көндән ҡайтарам. ҡыҙымдың уҡыуына түләргә кәрәк, юғиһә университеттан ҡыуалар, – тип үҙен йәлләтеп тә ала.
Әбей уның хәленә инә, оҙаҡ йылдар тинләп-һумлап йыйған аҡсаһын тоттора. Вәғәҙәләгән ваҡытҡа ҡатын бурысын ҡайтара.
Ә бер нисә көндән әбей магазинда иҫәпләшкәндә һатыусы аҡсаһының ялған булыуын әйтә. Баҡтиһәң, баяғы “почтальон” бурысын “Шаяртыу банкы” яҙыуы булған сувенир аҡса менән ҡайтарған.
Әлеге мәлдә енәйәтсене эҙләү операцияһы бара. Бындай “шаяртыу” өсөн уның биш йылға төрмәгә эләгеүе ихтимал.