«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек”кә хаҡ арта тип, дуҫлыҡты өҙөп ҡуймағыҙ!



18.09.2012 “Йәшлек”кә хаҡ арта тип, дуҫлыҡты өҙөп ҡуймағыҙ!

Әлеге мәлдә эштең күп сағы. Бигерәк тә ауыл ерендә мәшәҡәттәрҙе йырып сығырлыҡ түгел. Малын да, баҡсаһын да ҡарап өлгөрөргә, йорт-ҡура тирәһен дә тәртипкә килтерергә, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнергә кәрәк.
Ана шул мең бурыс араһында “Йәшлек” гәзитенә яҙылырға кәрәклеге хаҡында онотоп ҡуймағыҙ, хөрмәтле уҡыусылар! Үткән һанда подпискаға хаҡ күтәрелеүе хаҡында зар белдереп яҙғайныҡ инде. Мәскәү менән һөйләшеүҙәр бик уңышлы булманы, монополистар хаҡты төшөрмәне. Шулай итеп, ярты йылға яҙылыу хаҡы 407 һум 58 тин ҡалды. Шулай ҙа күңелде йыуатырлыҡ бер хәбәр бар: октябрь айында ни бары 10 көн эсендә 10 процентҡа арзаныраҡҡа, йәғни 366 һум тирәһенә яҙылып буласаҡ. Киләһе йылда ла бергә ҡалырыбыҙға өмөтләнәбеҙ, хөрмәтле уҡыусылар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға