«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » SOS! «Йәшлек»кә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы ниңә 400 һумдан ашты?



07.09.2012 SOS! «Йәшлек»кә киләһе йылдың тәүге яртыһына яҙылыу хаҡы ниңә 400 һумдан ашты?

йәки Был монополистың нәфсеһе көсәйгәндән-көсәйә
Почта бүлексәләренә «Почта России – 2013. Первое полугодие» Рәсәй матбуғаты каталогы барып еткәндер. Уның 65-се битендә «Йәшлек»тең хаҡтары бирелгән: шишәмбе һәм йома сыҡҡан гәзитебеҙҙе 407 һум 58 тингә яҙҙырып алдырырға була... икән. Тик республикала беҙҙең кеүек үк сыҡҡан гәзиттәрҙең яҙылыу хаҡтары күпкә түбән. Аптырата беҙҙе «Рәсәй почтаһы». Беҙҙе талағаны етмәй, халыҡты ла таларға ынтыла. Әйтәйек, «Йәшлек»тең хаҡы 221 һум 40 тин булһа, 186 һум 18 тине почта сығымдарына китә.
«Нужа ашата, балам, нужа», − тигән кеүек, почта арттыра хаҡты, почта.
Әгәр ҙә һәр дана гәзит өсөн артыҡ алын­ған шул 33 һум аҡса тауыҡ көлөрлөк эш хаҡына арманһыҙ булып эшләгән хат ташыу­сыларға, почта хеҙмәткәрҙәренә түләнһә, подписка хаҡының артыуына улай уҡ борсолмаҫ та инек. Ахыр сиктә, үҙең йүгереп, егелеп ташырҙай булаһың гәзитте. «Рәсәй почтаһы» кеүек бармаҡтары үҙҙәренә кәкре монополистар, ошондай эштәргә иғтибар ҙа итмәүсе үҙәк бөтөнләй үҙәккә үтте түгелме, туғандар!
Хәҙер, дуҫтар, һеҙгә ни тип әйтергә лә белмәйбеҙ. Әле мәскәүҙәр менән һөйләшеүҙәр бара. Хаҡты кәметеүгә өлгәшербеҙме, юҡмы – белмәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, бергә булайыҡ! Бар йыуатыр һүҙебеҙ шул әлегә.
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға