«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әҙәбиәт » Ил көткәндә әҙип һүҙен...



16.03.2012 Ил көткәндә әҙип һүҙен...

Ил көткәндә әҙип һүҙен...Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында Башҡортостан яҙыусыларының сираттан тыш XVI съезы була. Көн тәртибендә ике генә мәсьәлә – союз уставына үҙгәрештәр индереү һәм идара рәйесе һайлау. Нишләп сираттан тыш һәм нишләп яңы рәйес, тигән һорау тыуыуы бар. Бер ҡараһаң, мәсьәлә ябай ғына кеүек. Эйе, 2011 йылдың апрелендә үткән сираттағы съезда Азамат Юлдашбаев күпселек тауыш менән идараның законлы рәйесе итеп һайланды. Йәш рәйесебеҙ ең һыҙғанып эшкә тотондо, өлкәндәргә лә, йәштәргә лә бермә-бер иғтибар артҡан кеүек булды. Ижади секциялар ҙа эшен йәнләндереп ебәргәндәй, оло ҡорҙағы үҙ-ара көрәш алып барыусы төркөмдәр ҙә татыулашҡандай... ҡыҫҡаһы, съездағы тартҡылашыуҙан һуң тыныслыҡ һәм тынлыҡ урынлашты. Урынлашты һымаҡ ине лә бит… Тик көҙгә әллә өҫтө-өҫтөнә барған ялыуҙар үҙенекен иттеме, әллә башҡа сәбәптәрме – РФ Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы рәйесте теркәүҙән баш тартты. Баҡһаң, РФ-ның йәмәғәт ойошмалары хаҡындағы яңы Законы буйынса, рәйес ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың өстән ике тауышын йыйырға тейеш икән. Ә А. Юлдаш­баев ни бары ғәҙәттәге ябай күпселек тауыш менән генә рәйеслеккә һайлан­ған. Шуныһы ҡыҙыҡ, был Законға ярамаған ғәмәлде ике йөҙҙән ашыу союз ағзаһының береһе лә белмәнеме икән ни? Белһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәр уңайлы мәлде көттөмө әллә?..
Закон үтәлергә тейеш, шуға съезд йыйыла һәм яңы рәйес һайлана.
Икенсе яҡтан ҡараһаң, мәсьәлә улай уҡ ябай ҙа түгел. Бында урын өсөн көрәш барған кеүек. Һәм шул арҡала яҙыусылар айырым-айырым төркөмдәргә лә бүленгән, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Был үҙ артында республикала иң абруйлы һәм иң эшмәкәрле булған ижади ойошманың ҡаҡшауына килтермәҫме, тигән шик тә тыуҙыра. Азамат Юлдашбаев шул тиклем кәртәләрҙе үтеп арынымы, әллә ҡайһы бер көстәрҙең аҙым һайын барған тәгәрмәскә таяҡ тығыуҙарынан ялҡтымы – был юлы яңы рәйеслеккә үҙ кандидатураһын ҡуйманы. Ә уның урынына союз идараһы бер юлы ике кандидатура тәҡдим итте: Наил Ғәйетбаев һәм Рәлиф Кинйәбаев. Шулай уҡ Риф Тойғонов та был вазифаға үҙ кандидатураһын ҡуясаҡ.
Уларҙың араһында кем съезға килгән делегаттарҙың өстән ике өлөшөн үҙенә ҡарата ала, шул рәйес булып һайланасаҡ.
“Йәшлек” гәзите элекке рәйескә һәм был вазифаға дәғүә итеүсе ике кандидатҡа һүҙ бирә.

Морат ҒАРИФУЛЛИН.

Азамат ЮЛДАШБАЕВ:
Ил көткәндә әҙип һүҙен...

– Хикмәттән башлайыҡ һүҙҙе. Төпкөл бер ауылдың ситендә генә бәләкәй генә тимерлек булған. Абдулла атлы яңғыҙ тимерсе ошонда уҡ эшләгән дә, йәшәгән дә. Бер кем менән дә аралашмаған. Көндәр буйы үҙенең күнегелгән ҡәҙимге эшенән бушамаған: ат дағалаған, ҡомған ямаған, һабан йүнәткән… Берҙән-бер көндө ошо ауылда бер ҡыҙ бала ауырға ҡалған. Йә, Хоҙай, ирһеҙ бала табыу – күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән хәл. Бахыр ҡыҙ баланың атаһы нимә эшләһен, әлбиттә, башта ҡатынын, аҙаҡ ҡыҙын ярған. Һәм ҡыҙынан тыуасаҡ баланың атаһы кем булыуы тураһында яуап таптырған. Бахыр бала ҡурҡышынандыр инде, тотҡан да баяғы Абдулланың исемен атаған. Ярай… Тәғәйен ваҡыты еткәс, тыуған бер ир бала. ҡыҙҙың атаһы уны күтәргән дә киткән әлеге Абдуллаға:
– Эш боҙғанһың икән, язаһын да күтәрә бел. Мә, үҙеңдең балаңды үҙең ҡара!
– Ярай, – тигән Абдулла һәм башҡа бер ни ҙә өндәшмәй сабыйҙы алып ҡалған. Малай үҫкән, атлап киткән, инде тимерсегә иптәш булып, икәүләшеп донъя көткәндәр.
Тик бер көндө әлеге ҡыҙҙың әллә намыҫы уянған, әллә баяғы әсәлек инстинкты ҡабынған, атаһына дөрөҫөн һөйләп биргән. Баҡһаң, балаға теге Абдулланың бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ икән. Атаһы йәнә тимерлеккә йүнәлгән. Барған да:
– Баланы бир, ул һинең улың түгел! – тигән.
– Ярай, – тигән Абдулла һәм бер нәмә лә өндәшмәй малайҙы ҡартатаһына тоттороп ебәргән…
Хикмәт?.. Тормошто ана шул тимерсе һымаҡ нисек бар – шулай, сапсынмай-сәбәләнмәй, ыуаланмай, тыныс ҡабул итергә кәрәк.
– Һин рәйес булып һайландың, – тинеләр.
– Рәхмәт, – булды яуап. Һәм эшкә тотондом.
– Ой, һин рәйес булып яңылыш һайланғанһың, – тинеләр.
– Рәхмәт, – булды яуап. Һәм эштән киттем. Рәхмәтемдең икеһе лә ихластан ине.
Барғанда күңелдә шатлыҡ-ҡыуаныс урғып тормай ине. Киткәндә лә үпкә, рәнйеү-әрнеү булманы. Аллаға шөкөр, мин сабаһы сабынлыҡтар етерлек. Һөрөп, сәсеп, урыр сәсеүлектәрем йәйелеп ята. Ә ҡалғаны?.. Баяғы тимерсе кеүек инде…
Ә әлеге съезға килгәндә… ҡәләмдәштәремә айныҡ аҡыл, дөйөм мәнфәғәтте шәхсиәттән өҫтөн ҡуйыуҙарын теләйем. Ил, халыҡ, тел хәстәрен 80 йылға яҡын булмышының төп маҡсаты итеп ҡуйған был ижади берекмәнең оло ҡоро юрған тартышыу, бит йыртышыуға әйләнмәһен ине. Яҙыусыларға бар халыҡ ҡарап тора, улар милли рухиәттең аҫыл бағаналары бит. Берҙәмлек, бер-береңде ишетеү һәм аңлау фарыз. Бөгөн, заманалар буталып, ҡиблалар сайҡалып, имандан тайпылып, выжданды нәфсе баҫып киткән осорҙа, милләт яҙмышы йәнә лә һынаулы осор кисергәндә яҙыусы һүҙе, әҙип фекере, шағир аҡылы бигерәк тә кәрәк халыҡҡа.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ:
Ил көткәндә әҙип һүҙен...
– Яҙыусылар союзы рәйесен ниндәйерәк итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ, тип һораһағыҙ, ул тәжрибәле, абруйлы шәхес булырға тейеш, тиер инем. Әлбиттә, ижады күләмле, исеме популяр кеше һайланһа, бигерәк тә шәп. Буласаҡ рәйестең эше бик күп − ул яҙыусыларҙың социаль проблемаларын хәл итергә, йәш яҙыусылар тәрбиәләүгә бар тырышлығын йүнәлтергә бурыслы. Социаль яҡтан яҙыусылар өсөн ижад йорто ойоштороу, гәзит-журналдарҙа, «Китап» нәшриәтендә гонорарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү инһә, йәштәр проблемаһы буйынса − семинарҙар үткәреү, 30 – 40 йәшлек яҙыусыларға юғары исемдәр алып бирешеү, фатир мәсьәләләрен ипотека аша хәл итеү бик мөһим. Яҙыусылар союзы ижади процесты йәнләндереү өсөн бар көсөн һалырға тейеш. Йәштәр өсөн «әҙәби кесаҙна»ны аҙна һайын үткәрергә кәрәк, урта йәштәге һәм өлкән яҙыусыларҙың ижади отчетын даими рәүештә тыңлау бик файҙалы булыр ине. Бында яҙыусының ижадына төплө анализ яһалырға тейеш, тәнҡит һүҙе лә ишетелер. Юғиһә беҙ, яҙыусылар, йылдар буйы үҙебеҙҙең ижадҡа баһа ишетә алмай сарсайбыҙ бит.

Риф ТОЙҒОНОВ (Тойғон):
Ил көткәндә әҙип һүҙен...
– «Актриса» исемле повесымда шундай юлдар бар: «Күпереп аҡ сәскә атҡан йүкә ике-өс ботаҡтан ғына торһа, ул күҙҙең яуын алмаҫ ине. Дөрөҫөрәге, тәбиғәткә йәм өҫтәмәҫ, кеше күңеленә илһам бирмәҫ ине. Театр ҙа шулай түгелме ни? Ул үҙенең берсә темпераментлы, берсә баҫалҡы, берсә көләмәс образдар ижад иткән артистар ансамбле менән матур һәм ҡәҙерле…»
Был сағыштырыуҙы әҙәбиәткә ҡарата ла әйтеп булалыр. Унда һәр ижадсының үҙ урыны, үҙ тауышы бар − уны бер-береһенеке менән бутау мөмкин түгел. Иң мөһиме − үҙ уҡыусыһы булыу­ҙан әҙәбиәт тараймай, киреһенсә, даими үҫеш процесын кисерә. Алтын бөртөкләп йыйылған кеүек, ижад та берәмләп тупланған ынйыларҙан хасил була. Әҙәбиәт күгендә Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Яныбай Хамматов, Әхиәр Хәкимов, һуңыраҡ Ноғман Мусин, Ғайса Хөсәйенов, Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Азат Абдуллин, Азат Мағазов, Йыһат Солтанов һәм башҡалар, бөгөн килеп, Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәров, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ ҡотоева, Лилиә Сәғиҙуллина, Мөнир ҡунафин, Дамир Шәрәфи, Светлана Чураева, Мөнир Вафин, Рәлис Ураҙғолов быуыны ҡабыҙған йондоҙҙарҙың барыһы ла кәрәк. Дөрөҫ, ул йондоҙҙарҙың нуры ла бер үк көскә эйә түгелдер. ҡайһы берҙәре сағыу, баҙыҡ нурҙары менән күҙҙе сағылдырһа, икенселәре иһә тоноҡ, ләкин үтә лә серлелеге менән күңелдәр­ҙе арбайҙыр…
Ошо күҙлектән ҡарап, «Актриса» повесындағы фекерҙе дауам итеп әйткәндә, һәр ижадсының үҙен мин айырым бер дәүләткә тиңләр инем. Тимәк, күпме яҙыусыбыҙ бар − шул тиклем үк дәүләт. Һәм ошо бихисап дәүләт үҙ-ара һыйышып йәшәргә тейеш. Ана шул дәүләттәрҙең үҙ-ара һыйышып йә­шәүенә «Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы (БМО)» − Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы ярҙамға килә лә инде. Бына ни өсөн идара рәйесен һәм ағзаларын һайлау беҙҙән, ҡәләмдәштәремдән, ысын мәғәнәһендә оло яуаплылыҡ талап итә.
Яҙыусыларыбыҙҙы берләштергән ойошмабыҙ был ихтыяжға ниндәй кимәлдә яуап бирәлер − уныһы башҡа мәсьәлә. Әммә уны үҙебеҙҙең икенсе тыуған йортобоҙ итергә теләйбеҙ икән, иң тәүҙә ғәҙеллек, тигеҙ ҡарау кеүек матур кешелек сифаттарын иман дәрәжәһенә күтәрергә кәрәк. Ижадсы үҙенә генә бикләнеп йәшәй алмай. Аралашыу теләге тыуғанда һәр кем изге йортобоҙҙа күңел мохтажлығы буйынса йыуаныс та, теләктәшлек тә тапһын.
13 йылдан ашыу идара рәйесе урынбаҫары булып эшләгән тәжрибәмдән сығып, иң ҡурҡытҡаны шул тип әйтә алам: Башҡортостан Яҙыусылар союзы айырым бер төркөмдөң генә үҙ-ара премия һәм маҡтаулы исемдәр бүлешеп ултырған бухгалтерия канцелярияһына әйләнмәһен. Ошондай киҫәтеү менән, аңлағанға ишара яһап, һүҙемде иһә халыҡ таҡмағы юлдары менән тамамлайым:
Ат туғарып егә белмәй,
ҡыҙҙар һайлаған була…
Үҙемде мин «ат туғарып егә белгән»гә иҫәпләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға