«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Виртуаль донъянан ике үтенес



06.03.2012 Виртуаль донъянан ике үтенес

Виртуаль донъянан ике үтенесИнтернет даръяһына инеп китһәң, кемдәр менән генә осрашмайһың - йылдар буйы күрешмәгән таныштарың менән күрешәһең, курсташтарҙы табаһың! Иң мөһиме, танһығың ҡанғансы һөйләшеп-серләшеп була. Йәштәр йыш мөрәжәғәт итә миңә: кеменә - кәңәш, кеменә - йыуатыу, кеменә ҡайһы саҡ матди ярҙам да кәрәк булып ҡуя. ҡыҫҡаһы, һәр береһенә ваҡыт табырға, ҡулдан килгәнен эшләргә тырышам – тормош ҡайнап тора ошо виртуаль донъяла! Әммә бит һөҙөмтәһе – ысынбарлыҡта!
Таң ҡалған саҡтар ҙа булғылай.
Бына көндәрҙән бер көндө “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр килгәнен белдереп, “сулп” иткән тауыш ҡолаҡҡа сағылыуға шәхси хәбәрҙәр тәҙрәһендә яҙма пәйҙә булды.
Таныш булмаған Дилә исемле ҡыҙ икән. “hаумыхыгыз!минен бер йомошом бар ине хезге....Мине инша язырга кушкайнылар Рами Гарипов турахында...язырга ярзам итмесхегезме икен...?” – тигән үтенесен күргәс, берәй ҡала уҡыусыһы яфаланамы икән, тип, битен асып, үҙе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарайым: республикабыҙҙың бер педагогик колледжында уҡый имеш. Буласаҡ уҡытыусының икеләнеп тә бирмәй, оло йәштәге, ғүмерҙә аралашып та ҡарамаған бер апайға эш йөкмәтергә тороуына ғәжәп ҡылып, кинәйә менән:
- Сәләм! Ниңә, яҙып бирәйемме ни инде? – тип яуапланым. Хәҙер ғәфү үтенеүгә оҡшаш бер нәмә килеренә өмөт иткән булам бит инде. Унан килгән яуапты күргәс, бер аҙ шаңҡып ултырҙым:
- Эйе, - тип яҙғайны ул…
Таң ҡалдырған икенсе осраҡ иһә бик тә фәһемле, күптәргә үрнәк булырлыҡ.
Ошо уҡ “Бәйләнештә” селтәрендә үҙем бөтөнләй белмәгән ике башҡорт егете – Айбулат Ишназаров һәм Иҙел Ғабдуллин менән компьютер төшөнсәләрен башҡортсаға тәржемә итеү менән шөғөлләнгәйнек. Яңыраҡ төркөмдә Вячеслав Чернев фамилиялы берәү күренеп, үҙ тәҡдимдәрен ҡалдыра башланы. Бөгөн унан көтмәгәндә хәбәр килеп инде. Ғәҙәтемсә, башта уның битенә инеп, кем икәнлеген ҡарап алдым. Шунан яуап бирҙем. Яҙмаларҙы нисек бар шулай һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм (орфографияны үҙгәрешһеҙ бирәм):
Вячеслав: Һаумыһығыҙ, "Компьютер төшөнсәләре башҡортса" төркөмөндә ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Мин: Сәләм! Ә Һеҙ кем ул?
- Мин кисә ошо төркөмгә ҡуштым, башкорт теле менән шөғөлләнәм.
- ))) Ырымбурҙа йәшәһегеҙме?
- Эйе
- Һеҙ рус кешеһеме?
- Эйе, тыуған телем урыҫ теле
- Башҡорт телен ҡайҙан беләһегеҙ?
- Үҙем өйрәндем :)
- Кемдән?)))
- Математика уҡытыусыһы татар апайы ине, уның ярҙамында татар телен өйрәндем, ә шунан һуң башҡорт гәзитте уҡыным һәм тел менән ҡыҙыҡһына башланым
- Бик ҡыҙыҡ)))
- Хаталар булһа, ғәфү итегеҙ
- Хатаһыҙ тиерлек яҙаһығыҙ. Хәҙер беҙҙең башҡорт йәштәре лә хатаһыҙ һирәк яҙа. ҡайҙа уҡыйһығыҙ? Эшләйһегеҙме?
- Ырымбур дәүләт педагогия университетында уҡыйым, әлегә әшләмәйем. 1-се курста уҡыйым. "башҡорт йәштәре лә хатаһыҙ һирәк яҙа" - биҡ ҡыҙғаныс. Һеҙҙе Башкорт википедияһы төркөмөнә саҡырам.
Егеттең ошо үтенесенән һуң һөйләшеүҙе артабан минең биттәге “диуарҙа” дауам иттек. Һөйләшеүгә башҡалар ҙа ҡушылып китте. Һоҡланалар.
Әңгәмәгә ҡушылыусыларҙан берәү “настройкалар менән шрифттар ҡуйыу” тураһында яҙғас, Вячеслав, настройка – көйләү булмаймы ни, тигән һорау биреп йылмайтты.
Ул ғына ла түгел – Вячеслав селтәрҙә шул арала “Башҡортса википедия” төркөмө асып та ебәргән, һәммәбеҙҙе шунда саҡырҙы. Ә башҡортса викиҙа уның тәүге тәҡдимдәре донъя күреп тә өлгөргән инде.
Афарин, егет! Башҡорт теле беҙгә кәрәкмәй, тип дәрестәрҙән баш тартҡан өфөлөләр ошо Ырымбур егетенән үрнәк алһындар ине!

Гүзәль Ситдыҡова
Контактта







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға