«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ленин урынына «ултырасаҡмы?»



30.09.2010 Ленин урынына «ултырасаҡмы?»

Өлкәндәр Өфөнөң В.И. Ленин скверында китап тотоп ултырған Ленин «бабай»ҙы иҫләйҙер әле. Уны бит шаулы йылдарҙа халыҡ юғалтҡайны. 40 йыл ултырғандан һуң әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙысы. Әйткәндәй, ул һын иҫкергән дә булған. Шуны яңыртырға уйлап, 1984 йыл да уҡ реставрация үткәрергә заказ бирелгән. Санкт-Петербург оҫталары скульптураны 30 тонналыҡ монолит бетондан эшләгән. Әммә эш өсөн аҡса түләнмәү сәбәпле, юлбашсы һыны һаман шул башҡарыусыларҙа, имеш. Коммунистар фирҡәһе вәкилдәре Ленинды урынына «ултыртыу» өсөн ҡала властарынан ярҙам һораған. Скульптура аҙ ҙа түгел, күп тә түгел 3 миллион һумға төшәсәк икән. Нисек булыр – Ленин һәм Коммунистик урам киҫелешендәге сквер элекке хәленә ҡайтырмы, юҡмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға