«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хөкөм ителеүселәрҙе радиация менән ағыулағандар?



28.09.2010 Хөкөм ителеүселәрҙе радиация менән ағыулағандар?

Өфөнөң Калинин районы прокуратура хеҙмәтҡәрҙәре ионлы нурланыш сығанаҡтарын тикшергәндә 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында лицензияһыҙ рентген аппараты ҡулланыуҙарын асыҡлаған. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәһә, ундай лицензияны бирмәйҙәр икән. Ә колония етәкселәре был проблемаға артыҡ баш ватмаған. Прокуратура ҡыҫылмаһа, хөкөм ителеүселәр артабан да сәләмәтлектәре өсөн хәүефле ҡоролмала эшләрҙәр ине. Мировой суд учреждениены административ яуаплылыҡҡа тарттырған – 10 мең һум штраф һалған. Ә ғәйеплеләр бының менән килешмәйенсә ҡарарҙы Калинин район судына ебәргән. Әммә унда мировой суд ҡарары ғәмәлдә ҡалдырылған.
Хөкөм ителеүселәр ҙә кеше лә инде – ниңә уларҙың һаулығына һалҡын ҡарарға?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға