«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәхмәт, изгелек эшләнегеҙ!



27.09.2010 Рәхмәт, изгелек эшләнегеҙ!

Рәхмәт, изгелек эшләнегеҙ!ҡала урамы мәж килә. Шулай булмай, йома, киске сәғәт етенсе, бөтәһе лә эштән сыҡҡан һәм өйҙәренә ҡайта. Автобустар туҡталышта ҡысҡырта-ҡыстырта бер-береһен ҡыуа, юл бир, йәнәһе. Үҙебеҙҙең «НефАЗ» автобусының 74-се маршрутына ултырып йөрөйөм мин. Был юлы ла елдәй етеҙ автобусҡа инеп урынлаштым. Шым ғына салонға күҙ йүгертәм – кеше бик күп түгел, һәр кемдең үҙ ғәме. Ана, бер егет ултырғысҡа ҡыйшайыңҡырап ятҡан, янында ҡултыҡ таяҡтары, ә-ә, инвалид икән. Бер аҙ барғас, кондуктор водителгә, инвалид сыға, тип килеп әйтте. Бөтә халыҡ хәҙер ни булырын көтә, сөнки, алдан әйтеүемсә, һәр кем ашыға, маршрут транспорты бигерәк тә. Автобус туҡтаны, теге аяҡтары зәғиф егетте сығарышырға кондукторға бер пассажир ҙа ярҙам итергә теләк белдерҙе. Водитель сығып ергә автобустың махсус иҙәнен төшөрҙө, инвалидты шуның буйлап сығарҙылар. Эстәгеләр, аптырап китте – аһ-аһ, автобустың шундай иҙәне бар, имеш. Баҡһаң, «НефАЗ» һәр кем өсөн уңайлы икән дә! Күңелдә рәхмәт тойғолары уянды – үҙебеҙҙең «НефАЗ»ға, башҡа транспортты шаҡтай көттөрөп булһа ла, махсус ҡулайламаны кәрәк урынында ҡулланған игелекле водителгә, мохтаж кешегә ярҙамға килеүсе төптө ят замандаштарға ла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға