«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » XX быуаттың иң шәп асыштары



24.09.2010 XX быуаттың иң шәп асыштары

Рәсәйҙең йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге ил халҡы өсөн нимәләр егерменсе быуат уңайлылыҡтары булыуын иҫәпләп сығарған. 42 өлкәнең 140 ауыл-ҡалаһынан барлығы ике меңгә яҡын кеше һорауҙарға әүҙем яуап биргән. Уларҙың 73 проценты компьютерҙы иң шәп уңайлылыҡ исемлегенә индергән. 51 проценты автомобилде бик мөһим, тип билдәләгән. Интернет менән телевидениены ла әһәмиәтле асыштар иҫәбенә индереүселәр күп (42 һәм 39 процент). Банк картаһы, һыуытҡыс, самолет, электр лампочкаһын кешелек өсөн ғәйәт уңайлы, тип баһалағандар. Нимәһе ҡыҙыҡ: йылы бәҙрәф тә исемлектә тәүге унау иҫәбендә. Тағы метроны атаусылар бар. Ә ун йыл элек, 1999 йылда рейтинг башҡасараҡ булған. Тәүге урында «комп» ҡалһа ла, икенселә - электр лампочкаһы, өсөнсөлә - телевизор, артабан автомобиль, телефон, йылы бәҙрәф, самолет, һыуытҡыс, пластик карталар һәм метро торған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға