«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоймаҡтан ауыҙ ит һәм баланы ҡотҡар!



21.02.2012 Ҡоймаҡтан ауыҙ ит һәм баланы ҡотҡар!

20-26 февралдә Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Пермдә Масленница байрамына ҡарата «Тормош юлы» ҡаты сирле балаларҙы ҡотҡарыу мәрхәмәтлелек фонды Башҡортостанда «ҡоймаҡтан ауыҙ ит һәм баланы ҡотҡар!» акцияһын уҙғара. Сара «Мәрхәмәт» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында үтә.
Аҙна дауамында Өфө ресторандарында махсус мәрхәмәт менюһы буласаҡ: уның буйынса ҡоймаҡ һатып алып, һеҙ баланың ғүмерен һаҡлап ҡаыуға өлөш индерәсәкһегеҙ.
Был аҡса Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Брагина Елизаветаға (тыуған көнө: 2003 йылдың 27 октябре) юғары технологиялы операция эшләүгә йүнәлтеләсәк. Лизаның йөрәге тыумыштан сирле (йөрәк алды бүлкәһе дефекты). Кәрәкле медицина инструменттарҙың хаҡы – 195 028 һум, 56 тин. Операция хаҡына аҡса бюджеттан бүленәсәк.
Был акцияла «Даско» төркөмө, «Компот» кафеһы, «Сани» трактирҙар селтәре, «Морошко» рестораны, «Gedza-Primasole» ресторан комплексы ҡатнаша.
«Даско» төркөмө -- Башҡортостанда күптән эшләп килгән шәхси компания, ул йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә халыҡты хеҙмәтләндерә. Егерме йыл эшләү дәүерендә күп профилле холдинг булыуға өлгәште. Ул ресторандар һәм кафелар селтәрен, күмәртәләп һатыу компанияһын, ваҡ сауҙа йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
«Тормош юлы» мәрхәмәтлелек фонды ете йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул 17 йәшкә тиклемге ауыр сирле балаларҙы ҡотҡарыу йүнәлешендә эшләй. Тыумыштан йөрәк сирле, аритмилы, тыумыштан баш мейеһенең ҡан тамырҙары патологияһы, баш һөйәге һәм мейеһе бүҫере, эпилепсия, шулай уҡ арҡа умыртҡаһының ауыр сколиотик деформацияһы кеүек сирле балаларға операция яһауға аҡса табырға ярҙам итә.
«Өфө -- иҫ киткес ҡала. Бында шулай уҡ балаларға юғары технологиялы операция эшләргә мөмкин булған яҡшы клиника бар. Был табибтарҙың профессионализмын хөрмәт итәбеҙ һәм яҡшы баһалайбыҙ. Улар донъя стандарттары кимәлендә эшләй, -- ти «Тормош юлы» мәрхәмәтлелек фонды президенты Фаина Захарова. --
Республика кардиология диспансеры менән бергә эшләү дәүерендә беҙгә йөҙҙән ашыу баланың ғүмерен һаҡла ҡалыуға өлгәштек».
Республика кардиологик диспансеры – Башҡортостан халҡына кардиологик һәм юғары технологиялы кардиохирургия ярҙамын күрһәтеү буйынса заманса дауалау-диагностик ҡорамалдар менән йыһазландырылған, махсуслаштырылған медицина учреждениеһы ул. ҡотҡарылған унар мең ғүмер, йөҙ меңдән ашыу кеше тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтҡан – бына ошо һандар кардиодиспансерҙың эшен асыҡ сағылдыра.










Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға