«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милиция мәктәбен тамамлаған... бур



23.09.2010 Милиция мәктәбен тамамлаған... бур

Бурҙар, ҡараҡтар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Фәҡир, етешһеҙ йәшәгәндәр араһынан, тип яуаплар күбегеҙ. Нәфсеһен тыя алмаған түрәләр – «ата» бур, тиер бәғзеләр. Хәйер, был заманда кем теләй, шул урлай. Ана, баш ҡалабыҙҙың «Мега Матрица» гипермаркетындағы көнкүреш тауарҙарына «айыу майы» һөртөп йөрөүсе уғры юғары уҡыу йорттарында белем биреүсе абруйлы кешеләрҙең балаһы, үҙе милиция мәктәбен тамамлаған, етмәһә ике бала әсәһе, имеш. Ул ҡатынды шундай юлға баҫырға нимә этәргәндер, аңлап булмай. Шуныһы ҡыҙыҡ: гипермаркетҡа ингәндә ҡул сумкаһының тышына шыптыр ҡап тегәләр. Был «бурбикә» шуны тишеп, шым ғына әйбер тултырып сыға икән. Әхирәттәре тышта көтөп тора, шунан машинаға тейәп, кәрәк ергә оҙаталар «ҡәҙерле йөктө». Нишләйһең, кем әйтмешләй, ҡомһоҙлоҡ – ҡомға терәтә. Милиция уны күҙәтеп йөрөп, тәки эләктергән. Суд, ике бәләкәй балаһы барлығын иҫәпкә алып, ҡараҡты бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға