«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Студенттар әрмегә бармай!



22.09.2010 Студенттар әрмегә бармай!

Ниһайәт, студенттарҙы әрмегә ебәреү-ебәрмәү мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды тип әйтергә мөмкин - студент егеттәр өсөн әрме хеҙмәте кисектерелеп торасаҡ. Хәрби көстәр Генштабының башлығы Николай Макаров рәсми рәүештә хәбәр итте - бер кемде лә уҡыуынан айырып, әрмегә ебәрмәйәсәктәр. Николай Макаров билдәләүенсә, студенттарға уҡып бөтөрөргә ирек биреү - социаль мәсьәлә. Ә инде һалдаттарҙың сафтарын тултырыу өсөн башҡа саралар ҙа ҡабул итергә мөмкин.
24 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының коллегия ултырышы була. Унда ла әрмелә хеҙмәт итеү өсөн һалдаттарҙы йыйыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.
Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға