«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған хеҙмәткәрҙән һаҡ бул



21.09.2010 Ялған хеҙмәткәрҙән һаҡ бул

Кешенең ниндәйе генә юҡ. ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен теге йәки был һөнәр эйәһе тип алдап халыҡты «тишек кәмәгә» лә ултыртып китә. Был алдаҡтың күбеһе аҡса талауға ҡайтып ҡала шул. Бер ҡатлылар ышанып, хатта һуңғы тинен дә сығарып бирә. Ялған социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарҙы алдап киткәнен йыш ишетәбеҙ, ялған милиционерҙар ҙа осрай. Хәҙер килеп, наркополиция булып «уйнаусылар» ҙа табылған. Әле ошо йыл башында ғына шундай өс әҙәм бер студенттан, йәнәһе лә, уны наркотик менән тотоп, 10 мең һум аҡса талап иткәйне. Ярай егеттең башы эшләп, тейешле органға хәбәр итә һалған. Талаусыларҙың береһе, исмаһам, ошо өлкәгә яҡыныраҡ торһасы. Шундай хәлдәргә осраһағыҙ, йә наркохеҙмәткәрҙәр тарафынан закон боҙоу күҙәтелһә, БР наркополицияһы (347) 250-62-40 телефоны аша хәбәр итеүегеҙҙе һорай. Бынан тыш, 8-800-347-20-30 номерлы «Ышаныс телефоны» ла һеҙҙең ҡарамаҡта.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға