«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы » «Ә беҙҙе селлә ҡурҡытмай!» –



07.02.2012 «Ә беҙҙе селлә ҡурҡытмай!» –

ти «Һалҡын боҙ, ҡайнар йөрәк» ярышында ҡатнашыусылар
«Ә беҙҙе селлә ҡурҡытмай!» –
Быйылғы селлә бигерәк зәһәр, һыуыҡ өтөп кенә бара. Бындай һалҡында хужа этен дә тышҡа сығармайҙыр әле, тип тағы йылы юрғанға урандығыҙмы? ҡуй, улай итмәгеҙ әле! Шундай матур ҡышҡы көндәрҙе заяға уҙғармағыҙ. Ана, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары менән «Лукошко» сауҙа селтәре хеҙмәткәрҙәренән өлгө алығыҙ. Ошо көндәрҙә улар һырғалаҡта осрашып, үҙ-ара ярыш ойоштор­ҙо.
Өфө ҡалаһының «Динамо» стадионында бик эҫе! Маңлайҙан тир аға, ҡайһы берәүҙәр йылы бейәләйҙәрен сисеп ташлаған. Күҙҙәрҙә − ут, ауыҙ йырыҡ, берәү ҙә, өшөйөм, тип зарланмай.
«Һалҡын боҙ, ҡайнар йөрәк» тип аталған спорт ярышын академтеатр директоры Хөрмәтулла Үтәшев менән «Лукошко» ойошмаһы директоры Резеда Рахманғолова асып ебәрҙе. Жюри рәйесе – конькиҙа уҙышыу буйынса халыҡ-ара спорт мастеры Айрат Ғәйнетдинов барыһына ла уңыш теләгәс, Сәғиҙулла Байегет конькиҙа килеш йыр башҡарҙы. Шунан ике команда араһында ярыш ҡыҙҙы ғына. Уйын-көлкө, шаян йырҙар ҙа өҙөлмәне.
һөҙөмтәлә «Лукошко» командаһы еңеүсе тип табылды. Еңелеүсе яҡ бер ҙә танауын төшөрмәне. Сөнки барыһы ла һырғалаҡта рәхәтләнеп шыуып, оҙаҡҡа етерлек яҡшы кәйеф, көс-ҡеүәт һәм ижади дәрт алды.

Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА,
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға