«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш сикләнмәһә икән...



17.09.2010 Йәш сикләнмәһә икән...

Баш ҡалала балалар баҡсаһына йөрөмәгән йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаларға компенсация түләнә башлаясаҡ. Уның күләме һәр бала өсөн өс мең һум күләмендә билдәләнде. ҡарарҙы Өфө ҡала советы депутаттары ҡабул иткән. Депутаттар фекеренсә, әлеге сара, беренсенән, балалар баҡсаһында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итһә, икенсенән, тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҙур социаль ярҙам булып тора. ҡала бюджеты түләүҙәр өсөн сығымдарҙы тапҡан да инде. Компенсация 1 октябрҙән түләнә башлай. Әлбиттә, ҡала етәкселегенең был ҡарары сабыйҙарын мәктәпкәсә балалар учреждениеһына урынлаштыра алмаған ғаиләләр өсөн һөйөнөс кеүек. Шулай ҙа өс йәшкәсә тип сикләнеүе, проблеманы хәл итеүҙә әллә ни ҙур роль уйнамаясаҡ. Әгәр ҙә инде проект тотош мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иҫәпләнһә, было бы просто здорово! Юғиһә, баланы нисә йәштә булһа ла, 39 бала йөрөгән төркөмгә йөрөтөүе үтә ауыр. Күмәк бала менән эшләүсе тәрбиәселәр иңенә төшкән көсөргәнеш , йәшәү урыны буйынса путевка ала алмау, алыҫҡа бала һөйрәп йөрөү, тынсыу һауа, санитар нормалар... һанай китһәң, етешһеҙлектәрзең осона сығырлыҡ түгел. Баш ҡала балалар баҡсаһының ҡайһыһының ғына ишеген асып барып инһәң дә, иҫең китер! Ә әс йәшкә тиклемге бала былай ҙа баҡсаға йөрөмәй, өйҙә ултыра бит... Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға