«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Депутаттар ваҡ ришүәтселәргә ярҙамға килә



16.09.2010 Депутаттар ваҡ ришүәтселәргә ярҙамға килә

Ил депутаттары сираттағы яңы проекттары менән сығыш яһай. Унда Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһында ла һүҙ бара. Баҡһаң, киләсәктә өс мең һумға тиклем ришүәт алыусыларға төрмә янамай икән. Ошо күләмгә бюджет хеҙмәткәрҙәре – уҡытыусылар, табиптар тура килә. Шундай ваҡ-төйәк ришүәт ала беләләр, ә язанан ҡасып ҡалырға мөмкинлектәре юҡ. Миллионлап аҡса талаусылар иректә ҡала.
Шулай ҙа «эш» башлап тороусы коррупционерҙар еңел һуламаһын – штраф күләме ҙур буласаҡ, бер-ике мең ише генә түгел, ә 250 мең һум һәм унан да юғары. «Ата» ришүәтселәр иһә, тотолоп, ғәйептәре раҫланған хәлдә 7-15 йылға «ултыртыласаҡ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға