«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ришүәт алыусыға шул кәрәк!



16.09.2010 Ришүәт алыусыға шул кәрәк!

Салауат ҡалаһы колледждарының береһендә 34 йәшлек уҡытыусы ришүәтселек буйынса хөкөм ителә. Баҡтиһән, ул сессия ваҡытында үҙ фәне буйынса имтихан тапшыра алмаған студенттарҙан "Мартель", "Хеннеси" кеүек ҡиммәтле коньяктар талап иткән. Бишле билдәһе - 2000, дүртле - 1500, өслө 1000 һум икән. Студенттар "тәҡдимде" ҡапыл ғына күтареп алмағас, һунынан ул хатта тарифтарҙы 500 һумға кәметергә лә "мәжбүр" була. һөҙөмтәлә, бөтә төркөм коньякка аҡса йыйырға тотона. Шулай ҙа студенттарҙың араһында был хаҡта тейешле органдарға хәбәр итеүсе ҡыйыу егет табыла. Суд иһә уҡытыусыға мутлығы өсөн 115 мең һум күләмендә штраф "сәпәй", өҫтәүенә, ул ике йылға юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында укытыу хоҡуғынан мәхрүм ителә. Ришүәтсегә шул кәрәк!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға