«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Президент үҙ шәжәрәһен яҡшы белә икән



15.09.2010 Президент үҙ шәжәрәһен яҡшы белә икән

Президент Рөстәм Хәмитов «Коммерсантъ» гәзитенә биргән интервьюһында Башкортостанды башҡорттар ере тип атай һәм, 80-се йылдарҙа уҡ үҙенең шәжәрәһен өйрәнеп, һигеҙенсе быуынға тиклем тикшереп, ата-бабаларының башҡорт булыуҙарын асыҡлаған, республиканың көнсығыш һәм көнбайыш райондарындағы үҙҙәрен татар тип һанаған халыҡтың ысынында иһә башҡорт булыуҙарын таныған. Тимәк, алдағы перепистә башҡорттар һанын алдап арттырасаҡтар, тигән версия бушҡа сығасаҡ. Ысынлап та, татарҙы көсләп башҡорт итеп яҙып булмай бит инде – барыһы ла кешенең үҙенә бәйле.

Икенсенән, ҙур «бур» етәкселәрҙе вазифаларынан бушатасағы тураһында әйткән. Давно пора! Туйҙылар бит инде – башҡаларға урын бирһендәр!





Фото: Юҡ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға