«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вәхшиҙәр Ҡөрьәнде яндырҙы



14.09.2010 Вәхшиҙәр Ҡөрьәнде яндырҙы

Интернет селтәрендәге яңылыҡтарҙа Америка руханийының ҡөрьәнде яндырырға ниәтләүе хаҡында ишетелгәс тә, аптырап ҡалынғайны. Йәнәһе, ул ислам террористарына протест йөҙөнән шулай эшләй. Етмәһә, Нью-Йоркта мосолман үҙәге төҙөлөүенә лә ҡаршы була. Флорида штаты пасторы Терри Джонс бары тик АҡШ президенты Барак Обама, Ираҡ, Бөйөк Британия премьерҙары һ.б. билдәле кешеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып ҡына был “ҡара уй”ынан кире ҡайтты. Әммә... ул ҡайһы берәүҙәрҙең күңеленә ойотҡо һалып өлгөргәйне шул. 11 сентябрҙә ҡөрьәнде яндырыусылар табылды. Улар ҙа диндарҙар – евангелистар. Бөтә донъяны тетрәтте был ҡылыҡтары. Шуның менән улар үҙ диненә тап төшөрҙө. Хәҙер планетаның төрлө тарафтарында яуап акциялары үтә. Күптәр изге китапты утҡа ташлауҙы вәхшилек тип ҡабул итте. Был донъя ҡайҙа тәгәрәй?
Әйткәндәй, 11 сентябрҙең ниндәй көн икәнен беләһегеҙме? Бынан туғыҙ йыл элек Нью-Йорктағы Бөтә донъя сауҙа үҙәгенең “игеҙәк башнялары”н террористар шартлатҡайны. “Ислам террористары” тип нарыҡланы уларҙы Америка сәйәсмәндәре. Һәр хәлдә лә бында изге ҡөрьәндең “ғәйебе” юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға